Түбәндәге тәмлекәстәрҙе бешереү еңел дә, тәмле лә. Ифтарға бешерһәгеҙ ҙә була. Ике пирог өсөн дә эремсек кәрәк буласаҡ. Бер 150 гр аҡ май (маргарин); Ярты сынаяҡ шәкәр;Ҡамыр йомшартҡыс йә сода;Он, 250 гр ( самаларһығыҙ күпме кәрәк)Ондо иләп алғандан һуң, йомшартҡасты (разрыхлитель) һалып ботайбыҙ, булмә температураһында иретелгән майҙы онға һалып ыуалайбыҙ, шәкәр өҫтәп тағы берҙе иҙмәй генә болғатабыҙ.Ҡамыр әҙер булғас, уны ситкә ҡуйып торабыҙ, артабан эслек әҙерләйбеҙ.Эслеккә кәрәк була:400 гр творог ( эремсек);Ярты сынаяҡ шәкәр;3 дана йомортҡа; Бер ҡап ванилин;2 аш ҡалағы манный ярмаһы.Ошоларҙы әкрен генә итеп болғатабыҙ, 5-10 минутҡа ултыртып торабыҙ.Форманы майлайбыҙҙ а, ҡамырҙың яртыһын бүлеп һалабыҙ, эслекте тигеҙ генә итеп йәйәбеҙҙә ҡамырҙың икенсе өлөшө менән эслекте ҡаплайбыҙ.40 минутҡа,180С кыҙҙырылған духовкаға ултыртабыҙ.Икенсе пирог өсөн кәрәк була:200 гр он:100 гр аҡ май;1 йомортҡа;1 пачка кабарткыс;3 аш ҡалағы шәкәр.Бөтәһен бергә ҡушып йомшаҡ ҡына итеп ҡамыр баҫабыз, ҡамыр ҡаты булһа бер аҙ үҙегеҙ самалап көнбағыш майы ҡушһағыҙҙа була. Ҡамырҙы полиэтилен мешокка һалып 15 минут ял иттереп тороғоҙ.Эслеккә кәрәк була:Эремсек (творог) - 300 гр тирәһе;Ярты сынаяҡ шәкәр;Магазин ҡаймағы 15% ҙур һауыт;2-3 йомортҡа;Туңдырылған еләк;2-3 аш ҡалағы манный ярмаһы.Бөтәһен бергә ҡушып талғын ғына итеп болғайбыҙ.Ҡамырҙы йәйеп һалабыҙ, ситтәрен бейегерәк итеп бөгәбеҙ. Эслекте ҡоябыҙ, өҫтөнә үҙегеҙ теләгән еләктәрҙе һалабыҙҙ а 40 минутҡа мейескә (духовка) оҙатабыҙ.Бына һеҙгә ябай ғына, тиҙ генә эшләнә, ә иң мөһиме - тәмле генә пирогтар рецебы.Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын! Әйткәндәй, элегерәк әсәй-өләсәйҙәр йома көнө йорттоғоҙҙа май еҫе сығарығыҙ: ҡоймаҡ ҡойоғоҙ, майикмәк бешерегеҙ йә иһә башҡа майға бешкән тәмлекәстәр әҙерләгеҙ, ти торғайны. Имеш тә, әрүәхтәр ҡыуанып ҡайта. Ә һеҙҙең яҡта ошондай ышаныу йәшәйме? Фото: һәм сығанаҡ: "Уңғанбикәләр" төркөмөнән