Бөгөн Ә. Вәлиди исемендәге милли китапханала Асҡын районының данлы улы, йәш кенә килеш республикала киң билдәлелек яулаған милләттәшебеҙ Ришат Дихиндың хәтер кисәһе, уның хаҡында иҫтәлектәр тупланған “Яҡшылыҡ өләшеүсе шәхес” тигән китаптың исем туйы үтте. Сарала Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Искәндәр Әхмәтвәлиев, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлыҡ етәксеһе урынбаҫары Марат Ғәзизов, Асҡын районы хакимиәте башлығы Динис Йосопов, төбәктең Мәғариф һәм фән министрлығы, Өфөнөң Киров районы хакимиәте вәкилдәре, Өфө фән һәм технологиялар университеты ғалимдары Илшат Янбаев һәм Рәмилә Хөснөтдинова, билдәле шағирә, “Аҡбуҙат” балалар журналы баш мөхәррире Лариса Абдуллина, Бүздәк районы хакимиәте башлығы Илнур Иғдиев, Ришат Дихиндың әсәһе Розалия Нәҡип ҡыҙы, ғаиләһе, инәһе - Башҡортостан Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, профессор Лена Карамова, бихисап райондаштары, дуҫтары, хеҙмәттәштәре һәм башҡалар ҡатнашты. Хәтер кисәһен Ришат Марат улының һабаҡташтары