Найти тему
Башҡортостан гәзите

24 ауылды сымлы интернетҡа тоташтырыу тәҡдим ителде

Башҡортостандың Һанлы үҫеш министрлығы бәйләнеш операторҙарын 1000 кешенән әҙерәк йәшәгән 25 ауылды интернетҡа тоташтырыу өсөн сүс-оптик линияларын төҙөү буйынса яңы проектты тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашырға саҡырҙы. Был турала ведомствоның рәсми сайтында хәбәр ителә. - Быны 2021 йылда тормошҡа ашыра башлаған “Интернетҡа тоташа алыу” республика проектына ҡабаттан ҡайтыу тип әйтергә була. Уның асылы - аҙ халыҡ йәшәгән ауылдарҙа бәйләнештең оптик линияларын төҙөү. Быйыл 24 ауылға интернет һуҙыуҙа ойошмаларҙың табышынан алынған һалым буйынса инвестиция һалым ҡайтармаһын ҡулланыу ярҙам итәсәк, - тине БР һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин. Министрлыҡ әлеге механизм буйынса приказға ингән 24 ауылда интернет һуҙыу буйынса бәйләнеш операторҙарынан тәҡдимдәр көтә. Приказ менән раҫланған ауылдар исемлеге артабан да яңы инфраструктур проекттар һәм биләмәләр менән тулыланасаҡ. 2024 йылға списокка түбәндәге тораҡ пункттар ингән: Тирәкле (Архангел районы), Үрмияҙ (Асҡын), Мәсәле (Ауырғазы), Үмәр (Баҡалы), Өсән-Ивановка (Бәләбәй), Иҫке Мөсәт (Бөрйән), Ҡауарҙы (Ғафури), Күкҡуян ( Дүртөйлө), Ишемғол (Ейәнсура), Май (Иглин), Исәмәт (Илеш), Ҡолғона (Ишембай), Ефремкин (Ҡырмыҫҡалы), Яҡшембәт (Көйөргәҙе), Дарьино (Мәләүез), Салйоғот (Мәсетле), Ҡамай (Мишкә), Татар Малаяҙы (Салауат), Покровка (Стәрлетамаҡ), Кәкребаш (Туймазы), Бөйҙә (Учалы), Сәфәр (Шишмә), Мичурин (Шаран), Яңы Артауыл ( Яңауыл). Фото һәм тулы мәғлүмәт: https://pravitelstvorb.ru/news/23419/