Благовар районынан яҡташыбыҙ махсус хәрби операция зонаһында сит илдә етештерелгән хәрби техниканы ҡулына төшөргән. Был хаҡта район хакимиәте башлығы Марат Йосопов үҙенең телеграм-каналында хәбәр иткән. Ул ҡыҫҡа ваҡытлы ялған ҡайтҡан хәрби менән осрашҡан.«Яҡташыбыҙ немец үҙйөрөшлө машинаһын часҡа алып ҡайтыуы хаҡында һөйләне. Ул трофей урынын ҡалдырып киткәс тә, ВСУ ошо биләмәне утҡа тотҡан», — тип яҙған Марат Йосопов. Хәтерләһәгеҙ, сая яҡташыбыҙ Фәнис Хөсәйенов та ҡаршы яҡтан алып ҡайтҡан БТР-ҙа яралы өлкән офицерҙы яу яланынан алып сыҡҡайны... Ҡурҡыу белмәҫ, батыр йөрәкле шул башҡорт яугирҙәре! Фото: "Башинформ".
Тағы бер яҡташыбыҙ ВСУ бронетехникаһын ҡулға төшөргән
28 марта 202428 мар 2024
~1 мин