“Әлимғолдар газ үткәреүҙе күптән көттө, һәм бөгөн уларҙың хыялдары тормошҡа ашты. Ауыл эсендә газ торбалары 2014 йылда уҡ республика адреслы инвестиция программаһы буйынса һалына башлай, ә 2023 йылда төбәктәрҙе газлаштырыу буйынса федераль программаһы сиктәрендә ҡасаба-ара газ үткәргес төҙөлөшө тамамлана. Бөгөн тантаналы шарттарҙа тәүге тоташыуҙар үткәрелде, ә ҡалған йорттар тулыһынса әҙер булғас та газ индереләсәк. Президентыбыҙ башланғысы менән 2021 – 2025 йылдарға Рәсәй Федерацияһы төбәктәрен газлаштырыу программаһы ярҙамында Күгәрсен районы биләмәһендә 14 километрҙан ашыу бүлеү селтәре төҙөлгән һәм 270 йортҡа газ үткәрелгән. Бөгөнгө көндә Башҡортостан Республикаһын газ менән тәьмин итеүҙе һәм газлаштырыуҙы үҫтереү программаһы буйынса Һатлыҡ-Мораҙым-Багдашкин ҡасаба-ара газ үткәргесен, Санъяп-Ҡасҡын юғары баҫымлы газ үткәргесен төҙөү буйынса эштәр алып барыла. Багдашкин һәм Ҡасҡын ауылдарында түбән баҫымлы газ үткәргестәр төҙөлгән. Был яҡын киләсәктә райондың тағы өс ауылына зәңгәр