Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров рәйеслегендәге район һәм ҡала башлыҡтары менән ултырышта Башҡортостанда Рәсәй Федерацияһының "Милли арауыҡ мәғлүмәттәре системаһы" дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу мәсьәләһе тикшерелде. Министрҙар кабинеты башлығы билдәләүенсә, федераль программаны тормошҡа ашырыуҙың төп йүнәлештәренең береһе булып Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрын етешмәгән мәғлүмәттәр менән тулыландырыу тора. Башҡортостанда Рәсәй Федерацияһының күрше субъекттары менән сиктәш булған дүрт мең саҡрым самаһы оҙонлоҡтағы административ-территориаль сиктәр тураһындағы мәғлүмәттәрҙе реестрға индереү буйынса эштәр тамамланған тиерлек. Республика Рәсәй Федерацияһының алты субъекты: Пермь крайы (оҙонлоғо - 438,5 км), Силәбе (1447,7 км), Ырымбур (1238,8 км) һәм Свердловск (186 км) өлкәләре, Татарстан (498,6 км), Удмуртия (104,8 км) республикалары менән сиктәш. Шулай уҡ Берҙәм дәүләт реестрына Мәҙәни мираҫ объекттарынының - 99 проценты, һыу баҫыу һәм һыу баҫыу зоналары сиге тураһында
Күрше төбәктәр менән сиктәрҙе билдәләү хаҡындағы мәғлүмәттәр асыҡланды
28 марта 202428 мар 2024
1 мин