Найти тему
Башҡортостан гәзите

Иренгә герпес сығып йонсотһа...

Герпесты халыҡ телендә "ирен осоноуы" тиҙәр. Бер осонһа, бөтөрөп алып булмай. Саҡ ҡына өшөүең була, килеп тә сыға. Унан, әлбиттә, бөтөнләйгә ҡотолоп булмай. Ә бына иммунитетты нығытып, оҙаҡ ваҡытҡа ҡушлашыу мөмкинлеге бар. Бының өсөн эхинацея үләне ярҙамға килер. Аптеканан һатып алынған бер аш ҡалағы был үләнде ике стакан ҡайнар һыуға һалығыҙ. Унан термосҡа ҡойоп, таңға тиклем төнәтегеҙ.Иртәнсәк төнәтмәне һөҙөп, ашарҙан 30 минут алда көнөнә өс тапҡыр 3/4 стакан эсергә кәңәш ителә.Төнәтмәне 10 көн дауамында эсегеҙ. Ошолай иткәндә, герпес оҙайлы "йоҡоға" талыр.Һыуыҡ миҙгелдә мәле менән ошондай 10 көнлөк дауаланыу курсын ҡабатлап тороғоҙ. Был һеҙҙең иммунитетты нығытыр. Фото һәм сығанаҡ: "Файҙалы кәңәштәр" төркөмөнән.