Өфө ҡалаһының 450 йыллығы айҡанлы бик күп урында төҙөлөш бара, ремонт эштәре йәйелдерелгән. Мәҫәлән, "Өфө-аэропорт" юлындағы Ағиҙел йылғаһы аша күперҙе реконструкциялау тәүлек әйләнәһенә тынмай. Был урын ҡырмыҫҡа иләүен хәтерләтә. Эшселәр тимер, ағас, таш кеүек әйберҙәрҙе тағылмалы йөк машиналарына тейәп оҙата, бер нисә иретеп йәбештереүсе тимерҙәрҙе ялғарға тотонған, ике урында кран үҙ эшен башҡара, автомобилдәр яңы төҙөлөш материалдарын ташый, ҡыҫҡаһы, эш гөрләй. –1956 йылда төҙөлгән күпергә 2022 йылдың март баштарында реконструкция башланғайны, бөтәһе лә планға ярашлы бара, – тине Өфө ҡалаһының Төҙөлөш, юлдарҙы ремонтлау һәм яһалма ҡоролмалар идаралығы начальнигы урынбаҫары Евгений Кулешов. – Ошо көндәрҙә күперҙәге иҫке конструкциялы арканы һүттек, уның урынына элекке йөҙөн һаҡлаған яңыһы урынлаштырыласаҡ. Алдан уға ныҡлы әҙерлек алып барылғас, эш барышында тотҡарлыҡтар күҙәтелмәй. Шул иғтибарға лайыҡ, күперҙең оҙонлоғо – 672 метр тирәһе, унан ике юл буласаҡ, һәр юлдың киңлеге – ө
Дуҫлыҡ монументы эргәһендәге күпер ҡасан төҙөлөп бөтөр?
28 марта 202428 мар 2024
1 мин