Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Өфө табиптары ла ул әйткәнде үк ҡабатлай

Бер көн ҡаршыма осраған ҡатын, мине туҡтатып: “Һин бит Фәнүзә Тимербулат ҡыҙын яҡшы беләһең, үҙ эшен шул тиклем яҡшы атҡара. Бына Өфө табиптары ул әйткәнде үк яҙып бирҙеләр, ниңә уның тураһында гәзиттә мәҡәлә баҫтырмайһың?” – тигәс, уйланып ҡуйҙым. Был һүҙҙәрҙе беренсе тапҡыр әйтмәйҙәр. Һәр саҡтағыса, белгән кешең артҡы сиратҡа ҡала бара шул. Хеҙмәт юлын гүзәл заттар һаулығына арнаған, Красноусол үҙәк район дауаханаһында өс тиҫтә йылдан ашыу ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһында акушерка булып эшләгән Фәнүзә Тимербулат ҡыҙы Ғафури районының Байымбәт ауылында Фәрзәнә менән Тимербулат Садиҡовтарҙың дүртенсе балаһы булып үҫә. Бәләкәйҙән теремек, тырыш ҡыҙ апайҙары, үҙенән бер йәшкә генә өлкән Илдар ағаһы менән һәр эшкә ҡыҫылып, уртаһында ҡайнап йөрөргә ғәҙәтләнә. Өләсәй-олатаһы Үзбәк ауылында йәшәгәс, барыһы ла ундағы урта мәктәптә белем ала. Яҙғы ташҡын, көҙгө бысраҡ, күҙ асҡыһыҙ буран булһынмы, ауылына ҡайтмай ҡалмай. “Атайым ат егеп ҡаршы алырға килә ине. Үҙе оҙон ҡуңыслы итек кейеп, беҙҙе

Бер көн ҡаршыма осраған ҡатын, мине туҡтатып: “Һин бит Фәнүзә Тимербулат ҡыҙын яҡшы беләһең, үҙ эшен шул тиклем яҡшы атҡара. Бына Өфө табиптары ул әйткәнде үк яҙып бирҙеләр, ниңә уның тураһында гәзиттә мәҡәлә баҫтырмайһың?” – тигәс, уйланып ҡуйҙым. Был һүҙҙәрҙе беренсе тапҡыр әйтмәйҙәр. Һәр саҡтағыса, белгән кешең артҡы сиратҡа ҡала бара шул. Хеҙмәт юлын гүзәл заттар һаулығына арнаған, Красноусол үҙәк район дауаханаһында өс тиҫтә йылдан ашыу ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһында акушерка булып эшләгән Фәнүзә Тимербулат ҡыҙы Ғафури районының Байымбәт ауылында Фәрзәнә менән Тимербулат Садиҡовтарҙың дүртенсе балаһы булып үҫә. Бәләкәйҙән теремек, тырыш ҡыҙ апайҙары, үҙенән бер йәшкә генә өлкән Илдар ағаһы менән һәр эшкә ҡыҫылып, уртаһында ҡайнап йөрөргә ғәҙәтләнә. Өләсәй-олатаһы Үзбәк ауылында йәшәгәс, барыһы ла ундағы урта мәктәптә белем ала. Яҙғы ташҡын, көҙгө бысраҡ, күҙ асҡыһыҙ буран булһынмы, ауылына ҡайтмай ҡалмай. “Атайым ат егеп ҡаршы алырға килә ине. Үҙе оҙон ҡуңыслы итек кейеп, беҙҙе арбаға баҫтырып сығара торғайны. Бер-ике көнгә өләсәйҙәрҙә ҡуна ҡалһаҡ та була бит инде, юҡ, ҡайтабыҙ”, – ти ул ваҡытты әле көлөп иҫкә алып. 1987 йылда Үзбәк мәктәбен уңышлы тамамлағас, Стәрлетамаҡ медицина училищеһына барып, акушерлыҡ эше буйынса уҡырға инә йәш ҡыҙ. Ныҡышмал булғанлыҡтан, ошо һөнәрҙе теше-тырнағы менән йәбешеп өйрәнә ул. Практика осоронда, ваҡыт үткәнсе тип кенә түгел, күберәк белеп ҡалырға уҡталып йөрөй. Диплом алғас, 1990 йылдың мартында Красноусолға йүнәлтмә буйынса килеп эш башлай. Фрунзе урамында йәшәгән Фәүзиә әбейгә фатирға урынлаша. Бүлектә етәкселек итеүсе табип Светлана Ғәзиз ҡыҙы булдыҡлы ҡыҙға һәр эште ышанып тапшыра. Фәнүзәнең тәүәккәл ҡарар ҡабул итә белеүе, белергә, эште өйрәнергә ынтылыуы был һөнәрҙе төплө төшөнөргә ярҙам итә. Әсәйҙәргә күҙәтеү алып барыу, уларға ваҡытында медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн табип менән кәңәшләшеп, ярҙам ҡулы һуҙыу төп бурысы булһа, төрлө яҙмышлы ҡатын-ҡыҙҙар менән осрашырға, уларға дөрөҫ кәңәш-йүнәлеш бирергә һүҙен дә, ваҡытын да йәлләмәй. Фәнүзә Тимербулат ҡыҙы, теркәлеү журналына ҡарап, әсәйҙәрҙе һәр саҡ күҙ уңында тота. Ҡатмарлы хәлдәрҙә лә ауырыуға уңайлы юлын табырға тырыша. Ҡайһы саҡта һаулығына битараф ҡараған әсәйҙәргә етди ҡиәфәт менән асыуланып та аңлатырға тура килә. Ошо яуаплы ла, ауыр ҙа хеҙмәттең уртаһында йөҙөп, бар көсөн, тырышлығын һалып, әле лә эшләүен дауам итә ул. Ҡасандыр бергә эшләгән тәжрибәле табип Светлана Шәрәфетдинова, шулай уҡ хеҙмәттәштәре Әсмә Кәлимуллина, Зинфира Фәтҡуллина, Фәнзилә Латипова менән хеҙмәт юлы үткән осорҙо ла һағынып иҫкә ала. Хәҙер инде үҙ эшен төплө белгәс, “Сәләмәтлек поездары” менән сығып, тикшереү үткәрергә лә ҡурҡып тормай, сөнки ауырыуҙы алдан асыҡлау, ике яҡ өсөн дә отошло булыуын ул яҡшы белә. Медицина тикшереүен үткәргәндә үҫмер ҡыҙҙарҙың һаулығына ла етди ҡарарға тырыша Фәнүзә Тимербулат ҡыҙы. Киләсәк быуын яҙмышы уларҙың ҡулында бит. Ғаиләһендә иң кесеһе булғанлыҡтан, ата-әсәһенә төп таяныс-терәккә әйләнеү уның бар теләге була. Улар иҫән саҡта ауылына аҙна һайын ҡайтып, йорт эштәрендә ярҙам итергә тырыша. Әсәһе мәрхүм булғас, атаһын үҙенә күсереп килтереп, уны ла матур итеп тәрбиәләп, һуңғы юлға оҙата. Фәнүзә Тимербулат ҡыҙының етеҙлегенә, тырышлығына, уңғанлығына һоҡланмау мөмкин түгел. Аш-һыуға, бүлмә гөлдәре үҫтереүгә маһир. Шул уҡ ваҡытта эскерһеҙ, алсаҡ, ғәҙел кеше лә. Алда ла туғандар, дуҫтар солғанышында, хеҙмәте өсөн рәхмәт һүҙҙәренә күмелеп, шулай тормошҡа нур бөркөп, йәм биреп йәшәргә яҙһын. Әлфиә ВӘЛИЕВА. Автор фотоһы. Ғафури районы.