"Ростелеком" Башҡортостандың Мораҙым тарлауығында зубрҙарға видеокүҙәтеү ойошторҙо. Ул "Мораҙым тарлауығы" тәбиғәт паркы территорияһында телеком-инфраструктураһын булдырҙы, унда былтыр белорус зубрҙарын килтергәйнеләр. Оператор урман зонаһында 11 видеокүҙәтеү камераһы урынлаштырҙы һәм тәбиғәт паркының ҡунаҡ майҙанында Wi-Fi ойошторҙо. Юлия Аксенова, "Ростелеком" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Башҡортостанда корпоратив һәм дәүләт сегменттары менән эшләү буйынса директоры: "Һанлы сервистар ярҙамында хеҙмәткәрҙәр зубрҙарҙың хәрәкәтен күҙәтә, хайуандарҙы ваҡытында ашатыуҙы контролдә тота, пропуск пункттарында турникеттар һәм шлагбаумдар менән дистанцион рәүештә идара итә", - тип белдерҙе. Таһир Бәҙертдинов, Башҡортостан Республикаһының айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре буйынса дирекция директоры: "Һанлы сервистар индереү тәбиғәт паркы инспекторҙарының эшен еңеләйтәсәк, уларға хайуандарҙы күҙәтергә, шулай уҡ туристар ағымын көйләргә ярҙам итәсәк. Яңы пропуск системаһы ярҙамында беҙ паркта