Баш ҡалабыҙҙа театрҙар декаднигы бара, тип хәбәр иткәйнек. Ул "Берҙәм Рәсәй"ҙең "Кесе Ватан мәҙәниәте" программаһына ярашлы ойошторолдо. Бөгөн Өфө тамашасыһына Илшат Йомағолов исемендәге Стәрлетамаҡ Башҡорт драма театры Ф. Бүләковтың “Гөлнара” спектаклен тәҡдим итә. Әҫәр “Нур” татар дәүләт театры сәхнәһендә ҡуйыла.Ф. Бүләковтың повесы буйынса ҡуйылған драмала ваҡиғалар үткән быуаттың 30-сы йылдарында бара. Комсомол юлламаһы буйынса ауылға беренсе уҡытыусы килә. Мөғәллимдәргә, уҡытыуҙан тыш, йәмәғәт эштәре лә йөкмәтелгән. Спектаклдә төп героиня менән консерватив ҡарашлы ауыл халҡы араһындағы мөнәсәбәттәр, изгелек һәм яуызлыҡ, ғәҙеллек һәм ғәҙелһеҙлек көрәше курһәтелә. Ҡуйыусы режиссёры - Башҡортостан Республикаһының Ш. Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Илсур Ҡаҙаҡбаев, ҡуйыусы рәссамы – Геннадий Скоморохов, пластика буйынса режиссеры – Ольга Дауҡаева, композиторы – Магуля Мезинова, яҡтыртыу буйынса рәссам – Сергей Скорнецкий. Тәржемә – Гөлсирә Ғиззәтуллина.Театрҙың художество етәксеһе – Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Илһам Рәхимов.Рус теленә синхрон тәржемә бар. Билеттарҙы Пушкин картаһы менән дә алып була. Стәрлеләр һеҙҙе көтөп ҡала, дуҫтар!Фотолар - Стәрлетамаҡ театрынан.