Нимәгә тотонһа ла, аҙағынаса башҡарып сығырҙай көслө холоҡло, тәүәккәл ҡатын-ҡыҙҙар була. Бөгөн ошондай замандашыбыҙ – Стәрлетамаҡ районы хакимиәте башлығы Рита СӘМИҒУЛЛИНА менән әңгәмә ҡорҙоҡ. Күптән түгел ошо яуаплы вазифаға тәғәйенләнгән әңгәмәсебеҙҙең тормош, хеҙмәт юлы беҙҙең уҡыусыларыбыҙға ла ҡыҙыҡлы булыр. – Рита Мәҙәрик ҡыҙы, тыуған төйәгегеҙ, үҫкән ғаиләгеҙ, нәҫелегеҙ тураһында күберәк белге килә... - Федоровка районының көрәшселәре менән данлыҡлы Батыр ауылында тыуып үҫтем. Әйткәндәй, атайым да самбо буйынса Рәсәй чемпионы ине. Әсәйем мәктәптә рус һәм немец телдәренән уҡытты. Ғаиләлә өс ҡыҙ үҫтек. Тормошта һәр ҡайһыбыҙ үҙ юлын тапты. Апайым – техник фәндәр кандидаты, эше нефть тармағына бәйле, һеңлем – Өфөлә район хакимиәтендә кадрҙар бүлеге начальнигы. Холҡомдоң тәүәккәл булыуы атайымдан килә. Бик үҙенсәлекле, төрлө яҡлап һәләтле кеше булды ул. 15 йәшендә аграр университет студенты булып китә, 19 йәшендә юғары уҡыу йортон тамамлап, тыуған ауылына ҡайта, ә 20-лә колхоз рәйесе итеп тәғәйенләйҙәр. Уның бар тормошо ауыл хужалығы, ер эшенә бәйле. Атайым беҙҙе бик ҡаты үҫтерҙе, ныҡ талапсан ине. Беҙгә ял бик эләкмәне лә. Мал ҡураһын таҙартып, тиреҫ ташыныҡ, йорт-ихата тирәһендәге барлыҡ эште башҡарҙыҡ. Улай ғына түгел, йәйен каникулда һауынсы булып та эшләнем. Ул ваҡытта төркөмдә 25 һыйыр, эш ауыр ине. Студент саҡта ла каникулға ҡайтһам, колхоз рәйесе эшкә көтөп тора ине. Атайым талапсан булһа ла, күңеле изге булды. Беҙҙе бер ҡасан да алдына ултыртып яратманы, ләкин уның йылылығын, һөйөүен тойоп үҫтек. Атайымдың иң яратҡан һүҙе “эшләгеҙ” булды. Ғәҙеллеккә өндәне. “Беҙҙең нәҫелгә урлашыу килешмәй, намыҫлы булығыҙ”, – тиер ине. Үҙе колхоз рәйесе, ә өйҙә тауыҡ ашатырға бойҙай ҙа булмай торғайны. Бер ҡасан да колхоздан бер нәмә лә алып ҡайтманы. Атайымдағы ҡаты холоҡ миңә лә күскән, тип әйтә алам. Атайым талапсан, ә әсәйем өйҙәге барлыҡ мөхитте ыңғай яҡҡа көйләүсе ине. “Атайығыҙҙы тыңлағыҙ” тип үҫтерҙе ул беҙҙе. Әсәйем ғаиләгә ҡарата дөрөҫ мөнәсәбәт үҫтереүсе кеше булды. Лидер эргәһендә ныҡ аҡыллы кеше булырға тейеш. Әсәйем тап шундайҙан. Шуға ғәжәп итәм, атайымдың, ябай ғына ауыл кешеһенең, ҡыҙыҡһыныуҙары шул тиклем күп ине. Уның иҡтисад һәм агрономия буйынса ике юғары белеме булды. Спорт, йога менән шөғөлләнде, буш ваҡытында һүрәттәр төшөрҙө. Беҙҙең өйҙәге китапхана шул тиклем бай ине, кешелә булмаған китаптар һаҡланды. Атайымдың тик ултырғанын күрмәнек. Хатта бесән эшләгәндә лә, ҡолаҡсындар кейеп, сит телдәрҙе тыңлап өйрәнеп йөрөнө. Шулай уҡ башҡа илдәргә йөрөргә яратты. Унда йәшәгән халыҡ менән аралашыу аша икенсе телдәрҙе өйрәнде. Атеист булһа ла, Ҡөрьәнде уҡып сығып, Мароккоға ғәрәп телен өйрәнергә сығып китте. Ул ваҡытта уға 72 йәш ине. Израиль, Япония кеүек илдәрҙе лә күргеһе килде, ләкин өлгөрмәне. Йөрәк ауырыуы арҡаһында беҙҙе бик иртә ташлап китте. “Ҡорттарым бар, уларҙы ҡалдырып китә алмайым”, – тип дауаханаға теләр-теләмәҫ кенә барғайны, операцияны күтәрә алманы. Ҡорттарҙы шул тиклем яратыуын уның үлеменән һуң да сәйер ваҡиғалар аша тойҙоҡ. Уны ерләгән саҡта оҙон мосолман күлдәгендә булһам да, һис уйламағанда күлдәгемдең эсенән ҡорт килеп сыҡты. Бер нисә көндән баҡсаға еләк йыйырға сыҡһам, бал ҡорто формаһын алып үҫкән еләк ҡулыма килеп эләкте. Атайым вафатының ҡырҡынсы көнөндә күп итеп бал ҡорттары ҡулыма килеп ҡунды, иң мөһиме – уларҙың береһе лә саҡманы. Быны атайымдың “ҡортсолоҡ менән шөғөллән” тигән кәңәше кеүек ҡабул иттем. Быға юлдары ла асылып торҙо һәм бөгөн мин – Рәсәй Федерацияһының “Умартасылыҡ” компетенцияһы буйынса төп менеджеры, йәғни һөнәри оҫталыҡ чемпионаттарын үткәреү буйынса Рәсәйҙең баш умартасыһымын. Атайымдың бер туған ҡустыһы Мөҙәрис Багаев та заманында ҡортсолоҡ менән шөғөлләнде. Ул һөнәре буйынса иҡтисад белгесе булһа ла, ижадҡа һөйөүе үҙенекен алды. Һуңғы йылдарҙа билдәле драматург, журналист булараҡ танылды. Бик матур пьесалар яҙҙы. Ижадҡа һуңлабыраҡ килһә лә, әҫәрҙәре аша халыҡ күңеленә юл таба белде. Атайым менән бер туғандар булһа ла, холоҡтары төрлөсә ине. Атайым – ҡаты холоҡло, Мөҙәрис ағай йомшаҡ күңелле булды. Үкенескә ҡаршы, ул да яҡты донъянан китеп барҙы. – Үҙегеҙ ниндәй һөнәргә уҡынығыҙ? Әлеге вазифаға тиклем ниндәй хеҙмәт юлы үттегеҙ? – Бала саҡтан уҡытыусы йәки медицина белгесе булырға теләнем, шуға күрә Башҡорт дәүләт университетының биология факультетын һайланым. Уҡытыусылыҡты ла, медицинаны ла берләштергән һөнәр булыуы менән яҡын булды ул. Хеҙмәт юлымды Дөртөйлө ҡалаһының 3-сө гимназияһында тәрбиәсе булып башланым. Тормош иптәшем шул яҡтан булғас, тәүҙә Дүртөйлөлә йәшәнек, ләкин һуңынан Мәләүезгә күсергә тура килде. Унда 9-сы башҡорт гимназияһына биология уҡытыусыһы булып урынлаштым һәм 25 йәштә директорҙың методик эштәр буйынса урынбаҫары итеп тәғәйенләндем. Шуны әйтер инем, ҡайҙа ғына эшләһәм дә, етәкселәрем талапсан, изге күңелле булды, шуға эшкә лә тиҙ өйрәнгәнмендер. Ошо гимназияла эшләгәндә республикала иң йәш “Мәғариф отличнигы” булып киттем, ул саҡта миңә ни бары 27 йәш ине. Һуңынан дүрт йыл дауамында Мәләүез районы хакимиәтендә опека бүлегенә етәкселек иттем. “Башҡортостандың иң яҡшы опека органы” тигән маҡтаулы исемгә лә шул осорҙа лайыҡ булдыҡ. Ошонда эшләгәндә холҡом да сыныҡты. Миңә ҡорал менән һөжүм иткән осраҡтар ҙа булды, төрлө янауҙар ҙа ишетергә тура килде. Бәхеткә күрә, уларҙың барыһын да үтә алдым. Һуңынан район хакимиәте башлығы урынбаҫары вазифаһын башҡарырға тура килде. Шулай ҙа иң ауыр эш Мәләүез күп профилле һөнәрселек колледжына директор итеп тәғәйенләнгәс булғандыр. Училищелар берләштерелгән ҡатмарлы осор ине. Хеҙмәт хаҡына бәйле ауырлыҡтар, бинаның ҡыйығынан һыу ағыуы кеүек проблемалар ҡаршы алды мине яңы урында. Бик ауыр итеп эш башлағайным, бер йыл эсендә ныҡлы алға китеш һиҙелде. Хеҙмәт хаҡтары артты, ҡыйыҡ ремонтланды, ҡаҙанлыҡ төҙөлдө, көслө коллектив тупланды. Колледжда ер менән эшләүҙе ойоштороп ебәрҙек. Арпа, көнбағыш, техник культуралар үҫтерә башланыҡ. Биш йыл эсендә республика колледждары араһында 84-се урындан икенсе урынға сыҡтыҡ. Былтыр директор булараҡ “Рәсәйҙә агросәнәғәт комплексында йыл ҡатын-ҡыҙы” исеменә лайыҡ булдым. Колледждың кимәле ныҡ күтәрелде. Ғөмүмән, педагогия өлкәһендә 30 йылдан ашыу стажым бар. Хеҙмәтем “Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем менән юғары баһаланды. – Район хакимиәте башлығы вазифаһын тәҡдим иткәстәр, ҡурҡыу хисе булдымы? Районда иң беренсе ниндәй проблемаларҙы хәл итеү маҡсатын ҡуяһығыҙ? - Ҡурҡыу тойғоһо булманы. Эштең яуаплылығын аңлайым һәм республика Башлығы Радий Хәбиров, депутаттар ышанып тапшырған бурысты үтәрмен тип ышанам. Ә бына яҡындарым минең өсөн борсола, әсәйем, тормош иптәшем, балалар, туғандар – минең өсөн һәр ваҡыт терәк. Был вазифаны башҡарыу, халыҡ һорауҙарына яуап биреү өсөн рухи яҡтан да ныҡ булыу талап ителә. Ауыр булһа ла, яңы эш, алда торған проблемалар һәм уларҙы хәл итеү мине үҙенә тарта. Шул проблемаларҙы үтәп сығыуҙан үҙемә көс-дәрт алам. Ә районда хәл итә торған мәсьәләләр байтаҡ. Райондың үҙенең юл эшләй торған ойошмаһы юҡ, шуны хәстәрләргә кәрәк. Мәҙәни усаҡтар буйынса ла хәл итәһе һорауҙар бар. Район мәҙәниәт йорто, берҙән, иҫкергән, икенсенән, ул 180 урынлыҡ ҡына. Мәғарифҡа ла иғтибар кәрәк. Районда 29 мәктәп бар, уларға бер тапҡыр ҙа капиталь ремонт эшләнмәгән. Мәктәптәр кәрәк. Иң ҙур мәктәптә бер мең бала уҡый, ә ул 300 генә урынлыҡ. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағының ныҡ иҫкергән булыуы иғтибар талап итә, коммуникациялар туҙған. Әле саҡ райондың үҙенең “Водоканал”ын булдырҙыҡ. Стәрлетамаҡ районы – ауыл хужалығы буйынса үҫешкән төбәк, бында аграрийҙар көслө. Райондың алдынғы булыуы унда тырыш халыҡ йәшәүен сағылдыра. Ауыл хужалығы буйынса артабан да алдынғылыҡты бирмәҫбеҙ, тип уйлайым. Ә социаль проблемаларға ныҡлы иғтибар йүнәлтергә кәрәк. Минең девиз – “Мөмкин булмаҫтай бер нимә лә юҡ”. Халыҡ менән бергәләшеп барлыҡ эште лә еңеп сығып була, тип уйлайым. – Районда махсус хәрби операциялағы яугирҙәргә ярҙам нисек ойошторолған? – Махсус хәрби операция башланғандан алып Стәрлетамаҡ районы 19 гуманитар ылау ебәргән. Бынан тыш, 13 “УАЗ”-буханка машинаһы оҙатылған. Ауыл халҡының шул тиклем дәррәү, ярҙамсыл булыуы менән ғорурланам. Яңыраҡ Бүреҡаҙған ауылында булып, ҡатын-ҡыҙҙарҙың маскировка селтәрен үреүен күрҙек. Бишәр сәғәт буйы баҫып тороп селтәр үргән апайҙарға ҡарап нисек һоҡланмайһың?! Халыҡ еңеүгә ышана һәм ошо теләк уларҙы берҙәм, көслө итә. - Үҙегеҙҙең ғаиләгеҙ тураһында ла һөйләһәгеҙ ине? – Тормош иптәшем – һөнәре буйынса хәрби хеҙмәткәр, оҙаҡ йылдар кадет корпусы етәксеһе булып эшләне. Улыбыҙ Азамат нефть тармағында хеҙмәт итә. “Алға” иҡтисади зонаһындағы компанияла департамент директоры булып эшләй. Бәләкәй ҡыҙым Амира юғары уҡыу йортонда юридик факультетта белем ала. Үҙем 19 йәштә үк кейәүгә сыҡтым. Тормош юлдашын һайлағанда атайымдың кәңәшенә ҡолаҡ һалдым. “Ир кеше ғәҙел, йомарт, изге күңелле булырға тейеш” тигәйне. Минең иремдә ошо сифаттарҙың барыһы ла бар. Тормош иптәшем менән хәҙер 32 йыл бергә йәшәйбеҙ. Ғаиләмдә атай абруйын һәр ваҡыт өҫтөн ҡуйҙым. Балаларға ла “Атайығыҙ дөрөҫ әйтә“ тип кенә торам. Эштә мин етәксе булһам, өйҙә беҙҙең ғаиләнең башлығы – ирем, уны тыңлайым, уға буйһонам. Өйҙә саҡта тәмле итеп бешеренеп, яҡындарымды һыйлап, уларҙың күңелен күрергә тырышам.Ғөмүмән, ҡатын-ҡыҙға ғаиләлә лидер булырға ынтылырға кәрәкмәй, тигән фекерҙәмен. - Фәһемле әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт. Яңы вазифағыҙҙа уңыштар теләйбеҙ. Автор фотоһы.