“Мәҙәниәт” милли проектының “Һанлы мәҙәниәт” төбәк проектын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә Тәтешле районының биләмә-ара үҙәк китапханаһында Бөтә донъя театр көнөнә арналған “Уның ғали йәнәптәре – Театр!” тура трансляцияһы ойошторолдо. Сара башланыр алдынан китапханасылар театрҙың барлыҡҡа килеү тарихын һөйләне, экскурсияны антик дәүерҙәрҙән, амфитеатрҙарҙан һәм актерҙарҙан башланы, урта быуат театрҙары һәм берәҙәк комедиясылар менән танышыуҙы дауам итте. Китапханасылар һөйләүенсә, театр сәнғәте ике мең ярымдан ашыу йыл элек боронғо Грецияла барлыҡҡа килгән. Рәсәйҙең ҙур театрҙары, Башҡортостан театрҙары һәм Тәтешле районының атҡаҙанған актерҙары һәм режиссерҙары хаҡында һөйләнеләр. “Бөтә донъя театр көнө – театр хеҙмәткәрҙәренең халыҡ-ара һөнәри байрамы. Театр тормошона ҡағылышы булған һәр кем өсөн был байрам бик мөһим. Театр төрлө илдәрҙең мәҙәни тормошонда һәр ваҡыт әһәмиәтле роль уйнаны. Шуға күрә ошондай әһәмиәтле көн барлыҡҡа килде лә инде”, – тип билдәләне биләмә-ара үҙәк китапхананың баш китапханасыһы Альбина Әхмәтйәнова. Билдәле булыуынса, “Мәҙәниәт” (национальный проект “Культура”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Тәтешле районы хакимиәте.