Махсус хәрби операция башланғандан алып Әлшәй районындағы предприятиелар, учреждениелар, ойошмалар, йәмәғәт хәрәкәттәре, эшҡыуарҙар, фермерҙар һәм ирекмәндәр гуманитар ярҙам йыйып, махсус хәрби операция биләмәһенә оҙата. Был хәйриә акцияһына ҡушылмаған бер генә ауыл да юҡ: халыҡ яугирҙәр тыуған йорт йылыһын тойһон өсөн йылы ойоҡбаштар бәйләй, туҡмас киҫә, башҡа өй ризыҡтары әҙерләй. Һәр ерҙә кешеләр көндәлек кәрәк-яраҡ йыя, алғы һыҙыҡта мөһим булған әйберҙәр, ҡорамалдар, медикаменттар һатып алыу өсөн аҡса йыйыуҙа ҡатнаша. Уҡыусылар блиндаж шәмдәре әҙерләй, тиҙерәк Еңеү яулап ҡайтыуҙарын теләп, хәрбиҙәргә хаттар яҙа. Изге эштән Әлшәй ерендә тыуып-үҫкән билдәле яҡташтары ла ситтә ҡалмаған. Үткән айҙа район мәҙәниәт һарайы сәхнәһендә “Беҙ бергә!” тип аталған хәйриә концерты ойошторолған. Илһөйәрлек менән һуғарылған матур сара тураһында беҙгә район гәзите хәбәрсеһе Фәнүзә Суфиянова бәйән итте. ...Әлшәйҙәрҙең талантлы яҡташтары менән көтөп алынған осрашыу сараһы был юлы махсус хәрби операци