Найти тему
Башҡортостан гәзите

Арағыҙҙа кем иң көслөһө?

“Арағыҙҙан кемдәрҙе күптәргә көсө етерлек тип һанайһығыҙ?” — тип һораған пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм сәхәбәләрҙән. “Көсө ташып торғандарҙы”, — тигән улары. “Дөрөҫ түгел, асыуы килгәндә үҙен тыйып ҡала белгән кеше көслө була”, — тигән Пәйғәмбәребеҙ.“Бөтә насарлыҡтың асҡысы — асыу”, — тигән Әбү Джәғфәр. “Дингә ысын күңелдән бирелгәнлек, иман, баҫалҡылыҡ, ғилемгә ынтылыш, киң күңеллелек, саманы юғалтмау, фәҡирлеккә төшкәндә, мохтажлыҡ кисергәндә түҙемле булыу, башҡаларға ярҙам итеү — Ислам динендә төп һыҙаттар”, — тип әйтер булған Хәсән Әл-Басри. Мосолман асыуланмай, урынлы-урынһыҙ ярһымай, нәфсе ҡотҡоһона бирелмәй, үҙен ҡыйырһытҡандарҙы ла ғәфү итә. “Әҙәм балаһының асыуҙан тыйыла белеүен барыһына ҡарағанда ла нығыраҡ яратам, сөнки бәндә Хоҙай ризалығы өсөн асыуҙан тыйылып ҡалған һайын Аллаһ уның йәнен иман менән тулыландырып торор”, — тигән Пәйғәмбәребеҙ. Иртәгәгә, 28 мартҡа, сәхәр, ифтар, намаҙ ваҡыттарын тәҡдим итәбеҙ (Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратынан алынды, Өфө ваҡыты буйынса). Фото: Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты сайты.