Әлиә күршене күптән беләм. Ғүмерен берҙән-бер ҡустыһына арнаған кеше ул. Ҡустыһының тормошо - уның тормошо, ҡустыһының ҡаҙаныштары – уның ҡаҙаныштары. Был, ысынлап та, шулай. Туғанының уңыштары, уның ғаиләһендәге яңылыҡтар тураһында һөйләгәндә теремекләнеп, күҙҙәре осҡонланып киткән күршегә ҡараһаң, уны бер ҙә үҙ тормошон ҡормай ҡартайған бәхетһеҙ ҡатын тип уйламаҫһың. Туғандарҙың йәш айырмаһы - ун йыл. Аталары Әлиә бәләкәй саҡта, ҡустыһы тыумаҫ элек үк, ниндәйҙер сәбәптән үлеп китә. Терәкһеҙ ҡалған әсәйҙәре балаларын аяҡҡа баҫтырыу өсөн төрлө эштәрҙә йөрөй: утын ҡырҡа, иҙән йыуа, иген елгәрә, төнгө ҡарауылсы, келәт мөдире була... Әрһеҙ, үҙен үҙе аямаған ҡатын мәкерле сир аяҡтан йыҡҡансы эшләй. Был ваҡытҡа, ярай әле, Әлиәһен уҡытып өлгөрә – ул бухгалтерҙар курсын тамамлап ҡала. Тик бына улы ғына бәләкәс – икенсе класта уҡый. Хәленең мөшкөллөгөн аңлап (табиптар ҙа өмөтләнерлек бер ни әйтмәй), әсә ҡыҙына ҙур бурыс йөкмәтә. “Ниндәй хәлдә лә ҡустыңды ташлама, уҡытып кеше ит, берүк күңелен