Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ҡояш һәм водород энергетикаһын ҡулланыр өсөн

Евразия ғилми-белем биреү үҙәге белгестәре белорус коллегалары менән берлектә ҡояш һәм водород энергетикаһы өсөн яңы берләшмәләр таба. Өфө фән һәм технологиялар университетының "Экстремаль тәьҫир иткәндә металдар һәм иретмәләр" йәштәр лабораторияһы һәм Белорус дәүләт информатика һәм радиоэлектроника университетының "Микро- һәм наноэлектрон системаларҙы компьютер проектлауы" ғалимдарының берлектәге эше өр-яңы транзисторҙар һәм ҡояш элементтарын булдырырға ярҙам итәсәк. "Фән һәм университет" милли проекты сиктәрендә ойошторолған лаборатория хеҙмәткәрҙәре Белорус дәүләт информатика һәм радиоэлектроника университеты ғалимдары менән берлектә күләмле квант-механик моделләштереү барышында ике үлсәмле формала йәшәй алған 67 яңы галоген (хлор, бром, фтор һәм йод) берләшмәһен таба. Берлектәге асыш ҡояш энергияһын үҙгәртеү өсөн юғары һөҙөмтәле транзисторҙар һәм ҡояш элементтары кеүек приборҙар эшләү мөмкинлеген бирә. Өфө һәм Белоруссия ғалимдары табылған ике үлсәмле галогенидтар берләшмәләре нигеҙендә база булдыра һәм уны асыҡтан-асыҡ урынлаштыра, шуға күрә унан теләгән һәр кем ҡуллана ала. Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/23394/