Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Һыйыр реклама күрһәтеп аҡса эшләгән, әммә хужаһы...

Ауырғазы районының Терәпә ауылында Руслан Кәримов атлы егеттең Элиза тигән һыйыры бар. Тыңлаусан, күндәм. Руслан уны йыш ҡына видеоға төшөрә. Ә бер көндө унан "йондоҙ" яһау уйы тыуа. "Авито"ға иғлан һалып, һыйырын "реклама майҙансығы" итеүен белдерә. Сәйер шаяртыу тип көлөп кенә ҡарарҙар быға тиһәң дә, Санкт-Петербургтан бер фирма хеҙмәттәшлек тәҡдим итә. Улар футболкаларға һүрәт төшөрөү менән шөғөлләнә. Элизаға ла шундай футболка тегеп кейҙерәләр. Һәм... "реклама таҡтаһы" әҙер ҙә. Әлбиттә, фирманы рекламалаған өсөн аҡса ла түләнергә тейеш. 23 мартта Руслан шул аҡсаны - 10 мең һумды "Рәсәй Ҡыҙыл Тәреһе" фондына терактта зыян күреүселәрҙең ғаиләләре файҙаһына күсерә. Егет быны раҫлаған чекты ла йәмәғәтселек иғтибарына баҫтырып сығарған. Ни әйтәһең, афарин! Ҡайһы берҙә сәйер күренгән ҡылыҡтар ҙа файҙалыраҡ булып ҡуя. Моғайын, Элиза ла был изге эшкә ҡаршы булмағандыр. Фото: https://vk.com/ruslankarimov7