Найти тему
Башҡортостан гәзите

“Белем” фестивале һәләтле башҡорт балаларын асыҡлай

БР Мәғариф һәм фән министрлығы башҡорт телен киңерәк таратыу, туған башҡорт телендә белем алыуға ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу, сит төбәктәрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙҙе халҡыбыҙҙың тарихы һәм мәҙәниәте менән таныштырыу маҡсатында йыл һайын Рәсәй төбәктәрендә “Белем” тип аталған фестиваль уҙғара. Уның барышында сит төбәктәрҙә йәшәгән башҡорт балалары республикалағы инновацион белем биреү ойошмаларына уҡыуға саҡырыу алыу мөмкинлегенә лә эйә. Быйыл фестиваль 28 мартта – Силәбе өлкәһе Сосновка районының Туҡтыбай ауылында, 6 апрелдә – Сорғот ҡалаһында, 12 апрелдә – Ырымбур өлкәһе Гай районы Новоронежский ауылында, 17 апрелдә – Һамар өлкәһенең Оло Чернигов районының Оло Чернигов ауылында, 26 апрелдә Пермь крайы Барҙа районының Барҙа ауылында үтә. Фестивалдә Башҡортостандан танылған белем усаҡтары – Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты, Республика инженер лицей-интернаты, Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге Республика гимназия-интернаты, Сибай гимназия-интернаты вәкилдәре ҡатнаша. Сара барышында төрлө майҙансыҡтар эшләйәсәк, милли музыка ҡоралдарында уйнарға өйрәнеү, нейрофизиология, ракеталар төҙөү, робот техникаһы буйынса оҫталыҡ дәрестәре, квест-марафон тәҡдим ителәсәк. Фестиваль аҙағында барлыҡ ҡатнашыусылар араһында ҡиммәтле бүләктәр уйнатыласаҡ. “Белем” фестивалендә 11 йәштән 17 йәшкәсә мәктәп уҡыусылары ҡатнаша ала. Ошоноң ише саралар ил Президенты В. Путиндың май указдары менән раҫланған “Мәғариф” милли проектының (национальный проект “Образлвание”) ҡарарҙарын тормошҡа ашырырға ла булышлыҡ итә. Фото: БР Мәғариф һәм фән министрлығы.