Башҡортостан Хөкүмәте ултырышында республика Премьер-министры Андрей Назаров рәйеслегендә тирә-яҡ мөхиткә кире йоғонто яһаусы I категориялы объекттарға комплекслы экологик рөхсәт биреү кәрәклеге мәсьәләһе тикшерелде. I категориялы 114 объект 2025 йылдың 1 ғинуарына тиклем комплекслы экологик рөхсәтте рәсмиләштерергә тейеш. Был берҙәм документ бөтә рөхсәт биреүсе тәбиғәтте һаҡлау документацияһын алмаштыра. Премьер-министр билдәләүенсә, комплекслы экологик рөхсәт алыу ваҡыты ҡыҫҡартылған һәм республиканың Сәнәғәт, Экология, Ауыл хужалығы министрлыҡтарына һәм Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлыҡтары контролендәге предприятиелар менән эште тиҙ арала ойошторорға ҡушты. Хөкүмәт ултырышында Башҡортостанда бәләкәй форматтағы сауҙаны үҫтереү мәсьәләһе лә тикшерелде. Министрҙар кабинеты башлығы билдәләүенсә, мобиль сауҙаны үҫтереү алыҫ һәм юлы ауыр тораҡ пункттарға ла, шулай уҡ юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларға ла сауҙа хеҙмәтләндереүен тәьмин итеүҙә мөһим йүнәлештәрҙең береһе булып тора. Премьер-м