Ейәнсура районының Башҡорт Үргене ауылында ғүмер йомғағын һүтеүсе Хәкимйән Зарипов 95 йәшен билдәләне. Ошо уңайҙан уны ауылдаштары, туғандары, таныш-белештәре ҡотланы. – Хәкимйән Латип улы, ҙур ҡыуаныс менән етеҙ генә атлап, тупһа төбөндә үк беҙҙе ҡаршы алды, – тип яҙған был турала Марат Хәлитов. – Өйҙәре бөхтә, уның ҡыҙы Нурия мул итеп аш-һыу әҙерләгән, төпкө бүлмәлә сырылдашып уйнаған балалар тауышы ишетелеп ҡала. Ҡыҫҡаһы, был йорттан ихласлыҡ бөркөлөп тора. Марат Ҡунаҡбай улы билдәләүенсә, Хәкимйән олатай менән матур һәм оҙаҡ итеп һөйләшеп ултырғандар, бүләктәрҙе тапшырғандар. Хәкимйән Зариповтың ғүмер байрамы улар өсөн күңел байрамына әйләнгән. Фото: Марат Хәлитов.