Өфөнән М-5 трассаһына илткән "Көнсығыш сығыу юлы" - төбәктең иң ҙур инфраструктура проекты. Уның тарихы ҡатмарлы: транспорт коридорын төҙөү 1992 йылда уҡ тоннель һалыуҙан башлана. Һуңынан 2004 йылда финанслау булмау сәбәпле төҙөлөш туҡтатыла. 2020 йылда ғына эштәрҙе тергеҙеү мөмкин була. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм ВТБ банкы идараһы рәйесе Андрей Костин республика өсөн яңы, отошлораҡ шарттар тураһында өҫтәмә килешеү төҙөнө. Объект "Хәүефһеҙ сифатлы юлдар" милли проекты сиктәрендә төҙөлгән. Инвестициялар күләме 40 миллиард һумдан ашып китә. Көн һайын бында меңдән ашыу кеше эшләне, ә иң ҡыҙыу осорҙа - 3,5 мең, өҫтәүенә эш тәүлек әйләнәһенә алып барылды. "Көнсығыш сығыу юлы"нан ҡаланан нисек тиҙ сыҡып китергә һәм, киреһенсә, республиканың баш ҡалаһына нисек тиҙ барып етергә? Ниндәй тиҙлек режимы рөхсәт ителгән? Кем бушлай йөрөү хоҡуғынан файҙалана ала? Был һорауҙарға яуаптар - карточкаларҙа.