Найти в Дзене

Аллаһтың исем - сифаттары бармы?

90. Аллаһтың исем - сифаттары бармы?

Яуап: Эйе, Аллаһтың Үҙенә генә лайыҡлы Исем һәм Сифаттары бар.

Быға дәлил Аллаһ әйтә: وَلِلَّهِ الأَسماءُ الحُسنى فَادعوهُ بِها "Аллаһтың Иң Күркәм исемдәре бар, һәм шул исемдәре менән доға ҡылығыҙ". (Әл-Әғраф сүрәһе, 180-се аят).

وَلِلَّهِ المَثَلُ الأَعلى وَهُوَ العَزيزُ الحَكيمُ "Иң Күркәм сифаттар Аллаһта ғына, һәм Ул - Ҡөҙрәтле, Көслө һәм Хикмәт эйәһе!". (Ән-Нәхл сүрәһе, 60-сы аят).

Фәйсал ибн Мисфир исемле ғалимдың КәнзүлАтфал китабынан тәржемә ителде. Тәржемә итеүсе Әбү Әхмәд Әл-Бәшҡурди. #балаларға https://t.me/kanzulatfalbashkortsa