Бөгөн, 25 мартта, партияның Башҡортостан төбәк бүлексәһе секретары урынбаҫары, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев рәйеслегендә “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк сәйәси советы Президиумы ултырышы үтте. Унда 2024 йылда республикала алдан тауыш биреү үткәреүгә старт бирелде. Башҡортостанда муниципаль депутаттарҙы һайлау, шулай уҡ 54-се округ буйынса республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға һайлау уҙасаҡ. “Берҙәм Рәсәй” партияһынан 54-се округ буйынса Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға өҫтәмә һайлауҙа депутатлыҡҡа кандидат итеп күрһәтеү өсөн кандидатуралар буйынса алдан тауыш биреү тураһында “Берҙәм Рәсәй”ҙең төбәк сәйәси советы етәксеһе Руслан Насретдинов һөйләне. – Ошо округ биләмәһендә теркәлгән бөтә һайлаусылар ҙа тауыш бирә ала. Ә тауыш биреү 20 – 26 майҙа махсус сайтта электрон форматта үтәсәк. Һайлаусылар 15 апрелдән 24 майға тиклем “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша теркәлә ала. Кандидаттарҙы күрһәтеү 25 апрелгә тиклем барасаҡ. Кәрәкле документтарҙ