Найти тему
Башҡортостан гәзите

Сип-сип килә себештәр, булыр әле табыштар!

Комплекс “Стәрлебаш ҡошсолоҡ фермаһы базаһында ҡошсолоҡто үҫтереү” инвестиция проекты сиктәрендә сафҡа инде, проект былтыр “Инвестиция сәғәтендә” хупланғайны. “Стәрлебаш ҡошсолоҡ фермаһы” йәмғиәтенең Саҡмағош районында урынлашҡан базаһындағы был комплексты асыуҙа Өфөлә үткән 34-се агросәнәғәте форумы сиктәрендә онлайн рәүештә (телекүпер аша) Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров та ҡатнашты. – Беҙ инвесторға 124 гектар ер тәҡдим иткәйнек – бында ул ҡоштарға аҙыҡ етештерә. Шуныһы ҡыуаныс, тотош предпртиятие яңырыу өҫтөндә. Бөгөн инде 20 мең баш себешкә тәғәйенләнгән икенсе корпусты астыҡ, артабан тағы ла ике корпус яңырыу өҫтөндә. Был предприятие ысын мәғәнәлә район һәм республика өсөн мөһим булып тора, - тип билдәләне ҡотлау сәләмендә Андрей Назаров. Ысынлап та, илдә йомортҡа-ҡош итенә бер ни тиклем ҡытлыҡ һиҙелгәндә республикала ҡошсолоҡ буйынса производство киңәйеүе яҡшы күренеш. Әйткәндәй, инвестпроект 2027 йылға тиклем иҫәпләнгән. Уның сиктәрендә предприятие 224,2 млн һум инвестиция индерәсәк. Артабан, проект буйынса, ферма йылына 780 тонна ит етештерергә планлаштыра – был 540 мең ҡош тигән һүҙ.