Йәшләй ире менән һалған йорттарында яңғыҙы ҡартая Нәфисә. Шулай булыр тип бер ҡасан да башына инмәне. Йорто һәр ваҡыт гөрләп торор, балалар тауышы ла бер ҡасан да тынмаҫ һымаҡ ине. Их, ваҡытында балаларының ҡәҙерен аңламай күпһенде шул. Нәфисә йәшләй генә ауылдашына кейәүгә сыҡты. Нияз армиянан ҡайтҡайны. Тиҙерәк өйләнеү яғын ҡайғыртты. Шуға ҡыҙ мәктәпте тамамлау менән гөрләтеп туй үткәрҙеләр. Атай йортонда ла иркәләнеп кенә үҫкән Нәфисә хәстәрле иргә эләкте, балда-майҙа йөҙгән һымаҡ йәшәп алып китте. Уның ҡарауы, Ниязы ҡара таңдан төнгәсә тракторынан төшмәй тир түкте. Ул ауылдың тырыш, маҡтаулы механизаторы ине. Нәфисә бер һөнәргә лә уҡымағас, өйҙә булды. Улдары Ринат тыуыу менән донъя мәшәҡәтәренә күмелде. Ике йыл да үтмәй игеҙәк ҡыҙҙары Ләйлә менән Ләйсән донъяға ауаз һалды. Бер балаһын саҡ ҡарап өлгөргән ҡатын өсөн тынғыһыҙ ауыр көндәр башланды. - Өс баланы нисек ҡарап өлгөрәйем? Береһе илап туҡтауға , икенсеһе башлай. Көнө буйы ашарға бешерергә, йыуырға, йыйыштырырға кәрәк. Һ