Әлшәй район социаль-мәҙәни үҙәгендә эшләп килгән “Тамаша” башҡорт халыҡ театры 1970 йылда Никифар ауыл мәҙәниәт йортоноң драма театр коллективы булараҡ барлыҡҡа килгән. 1976 йылда “халыҡ театры” исеменә лайыҡ булған. 2021 йылда коллектив маҡтаулы исемде яҡлауға өлгәшә. “Тамаша”лар райондағы һәр сарала, хәйриәлек акцияларында ҡатнаша, ижадтары аша театр сәнғәтен пропагандалауға ҙур өлөш индерә. “Тамаша” башҡорт халыҡ театры төрлө кимәлдәге ижади конкурс, фестивалдәрҙә лә уңышлы сығыш яһай. Коллективтың етәксеһе Земфира Фәнил ҡыҙы Ситдиҡова мәҙәниәт өлкәһендә инде 20 йыл эшләй. Ул Силәбе дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт акдемияһында “Социаль-мәҙәни эшмәкәрлек” йүнәлеше буйынса юғары белем алған. Коллектив менән эшләү дәүерендә ун өс спектакль ҡуйған, улар араһында комедиялар ҙа, драмалар ҙа, трагедиялар ҙа бар. Режиссер яңы әҫәрҙәр ҡуя, халыҡ яратып ҡараған элеккеләрен дә сәхнәгә ҡайтанан сығара. Ул халыҡ театрына йәштәрҙе ылыҡтыра, шул уҡ ваҡытта өлкән һәүәҫкәр артистар менән дә әүҙем эшләй. Шуға өҫтәп, балалар белем биреү ойошмалары менән бәйләнештәр булдыра, был инде үҫеп килгән быуын вәкилдәре араһынан яңы таланттар табырға ярҙам итә. Земфира Фәнил ҡыҙы һөнәри оҫталыҡты үҫтереү өҫтөндә лә күп эшләй. Был йәһәттән махсус әҙәбиәт уҡыу, семинар-практикумдарҙа, оҫталыҡ дәрестәрендә, һәүәҫкәр театрҙар өсөн профиль курстарында ҡатнашыу – барыһы ла режиссерға сәхнә серҙәренә тәрәнерәк төшөнөргә, белгәндәрен хеҙмәттәштәренә өйрәтергә ярҙам ҡыла. Уның ижади ынтылыштары, мәҙәниәт өлкәһенә индергән өлөшө Башҡортостандың Халыҡ ижады үҙәге, Театр эшмәкәрҙәре союзы, Мәҙәниәт министрлығының Почет грамотаһы, Рәхмәт хаты менән билдәләнгән. Талантлы театрға, уның режиссерына илһам өҫтәлеп кенә тороуын теләйбеҙ! Ә конкурсыбыҙ тамамланыуға табан бара, дуҫтар! Киске сәғәт 9-ға тиклем үҙегеҙгә оҡшаған коллектив, уның етәксеһе өсөн тауыш биреп өлгөрә алаһығыҙ әле! Фотолар - З. Ситдиҡованан.