Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ире артынан МХО-ға киткән

Әлшәй районы Шафран ауылында йәшәгән ҡатын мобилизацияланған ире артынан махсус хәрби операцияға юлланған. Был хаҡта район хакимиәте башлығы Дамир Мостафин үҙенең социаль селтәрҙәрендә хәбәр итә. “Ире яу алғы һыҙыҡта булған ваҡытта, Диана ла оҙаҡ уйлап тормаҫтан, контракт төҙөп, МХО-ға барырға ҡарар итә. «Ди» позывнойлы яҡташыбыҙ - медицина ротаһының госпиталь бүлеге шәфҡәт туташы. Уның был ҡарарын таныштары һәм дуҫтары төрлөсә ҡабул иткән. Иң мөһиме, әсәһе ҡыҙын аңлап, унда барырға ризалыҡ биргән. Хәҙер ул ейәнен тәрбиәләй. Был ҡатынға һәм хәрби бурыстарын үтәгән барлыҡ яугирҙәргә ҡыйыулыҡ, сәләмәтлек һәм уңыштар теләйем. Беҙ һеҙгә ышаныбыҙ һәм өйгә иҫән-һау ҡайтыуығыҙҙы теләйбеҙ”, -тип яҙған Дамир Мостафин. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырыу дауам итә. Теләге булғандар берҙәм белешмә номерына – 117, Ситуация үҙәгенә 122, +7 (347) 218-19-19 телефонына шылтырата йәки “Минең документтарым” күп функциялы үҙәгенең яҡындағы офисына, йәки башбат.рф сайтына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ йәшәгән урыны буйынса хәрби комиссариатҡа һәм Өфөләге хәрби комиссариат һайлап алыу пунктына (Революция урамы, 156 адресы буйынса) килергә мөмкин Фото: Әлшәй районы хакимиәте.