“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, Асҡын районының Яңы Бағазы ауылында яңы модуль фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Тантанала Асҡын үҙәк район дауаханаһының баш табибы Вадим Ғәләүетдинов һәм район хакимиәте башлығы Динис Йосопов ҡатнашты. Бина стандарттарға ярашлы йыһазландырылған. Халыҡҡа планлы, кисектергеһеҙ һәм ашығыс ярҙам күрһәтеү өсөн бөтә мөмкинлектәр булдырылған, коммуникациялар, һалҡын һәм ҡайнар һыу үткәрелгән. 72,8 квадрат метр майҙанды биләгән бинала фельдшер кабинеты, ҡабул итеү, процедура, дарыуҙар һаҡлау бүлмәләре бар. ФАПты 25 йыллыҡ хеҙмәт стажы булған Илүсә Ғайбатова етәкләй. -Фельдшер-акушерлыҡ пункты ике йөҙҙән ашыу кеше йәшәгән Яңы Бағазы халҡын хеҙмәтләндерәсәк. Хәҙер ауылдаштар яңы бинала диспансерлаштырыу үтә, вакцина яһата аласаҡ. Сирҙе иҫкәртеү уны дауалауға ҡарағанда күпкә еңелерәк, даими медицина тикшереүҙәре дауалауҙы иртәрәк башларға һәм һауыҡтырырға ярҙам итә, – ти Вадим Ғәләүетдинов. Рәсәй Президенты Владимир