Башҡортостан Республикаһы буйынса Федераль дәүләт статистикаһы хеҙмәте мәғлүмәттәренә ҡарағанда, быйыл ике айҙа 557 мең квадрат метр торлаҡты сафҡа индерелгән. Был, былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда, 20,6 процентҡа күберәк. Ғинуар-февраль айҙарында барлыҡ финанс сығанаҡтары иҫәбенә 6,3 мең фатир сафҡа индерелгән. Үҙ иҫәпкә һәм кредит иҫәбенә төҙөлгән торлаҡ 82,9 процент тәшкил иткән. Улар тарафынан майҙаны 461 мең квадрат метр тәшкил иткән 4110 шәхси йорт төҙөлгән. Был, 2023 йылдың ғинуар-февраль айҙары менән сағыштырғанда, 32,4 процентҡа күберәк. - Республика торлаҡты файҙаланыуға тапшырыу буйынса Волга буйы федераль округында – икенсе, Рәсәйҙә 11-се урын биләй. Беҙ торлаҡты сафҡа индереү тиҙлеген һаҡларға тырышасаҡбыҙ, шул иҫәптән, инфраструктура бюджет кредиттарына ярашлы, биләмәләрҙең комплекслы үҫеше механизмдарын тормошҡа ашырыу, мотлаҡ инфраструктура төҙөлөшө, торлаҡ төҙөлөшө үҫешен дәртләндереү програмалары иҫәбенә, – тип белдерҙе республиканың төҙөлөш һәм архитектура