Найти тему
Башҡортостан гәзите

Сибайҙар үҙҙәрен күрһәтеп ҡайтты

Мәскәүҙә ВДНХ-ла “Рәсәй” халыҡ-ара күргәҙмә-форумы сиктәрендә “Башҡортостанда бизнес? Еңел!” Башҡортостан эшҡыуарлығы аҙналығы үтте. Унда Сибай ҡалаһы делегацияһы ла ҡатнашты. Күргәҙмә программаһы көнөнә 500-ҙән ашыу сара тәҡдим итә, шуға күрә һәр кем үҙенә ҡыҙыҡлы нәмәләр таба ала. “Рәсәй” халыҡ-ара күргәҙмә-форумы үҙенең күләме һәм бөйөклөгө менән таң ҡалдыра. Был - ВДНХ комплексында илебеҙҙең иң ҙур күргәҙмәһе. “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” һәм "Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы" милли проектын тормошҡа ашырыу маҡсатында хакимиәт башлығының эшҡыуарлыҡ, туризм буйынса урынбаҫары Ольга Шаранова Сибай ҡалаһы ҡала округының инвестиция мөмкинлектәре һәм муниципалитет биләмәһендә эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген үҫтереү мөмкинлектәре менән таныштырҙы. “Урал аръяғы шифаханаһы” предприятиеһы директоры Ратмир Ғөбәйҙуллин потенциаль партнерҙар менән B2B форматында һөйләшеүҙәр үткәрҙе һәм күргәҙмә ҡунаҡтарына шифахананың видеороликтарын күрһәтте. “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә “Урал аръяғы шифаханаһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә сарала ҡатнашыу буйынса төрлө яҡлап консультация ярҙамы күрһәтелгән. Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Сибай ҡалаһы хакимиәте.