Ауырғазы районының Терәпә ауылында “Элиза” тигән һыйыр йәшәй. Бығаса ул башҡа йорт хайуандары кеүек ғәҙәттәге тыныс тормош менән йәшәһә, хужаһы Руслан Кәримовтың "Авито"ға һалған сәйер иғланынан һуң ул “йондоҙ”ға әүерелде, тип яҙа “Аургазинский вестник”. –Сентябрь башында көтөү көткәндә ағайым беҙҙең һыйырҙы фотоға төшөрҙө. Шул саҡта башҡа шундай ҡыйыу уй килде: минең бер ҡасан да һыйырҙарҙа реклама күргәнем булманы, ә ниңә эксперимент эшләп ҡарамаҫҡа? "Авито"лағы рекламаны һатып алыусы булмаҫмы икән?– тип һөйләй Руслан. Ул шундай иғлан биргән: “Беҙҙең хужалыҡта “Элиза” тигән һыйыр бар. Иртәнән кискә тиклем ул болонда. Кисен алты-ете литр һөт бирә, иртән – дүрт-алты литр. Көндөҙ тәбиғи үлән менән туҡлана, йылғанан һыу эсә. Мин уны көндөҙгө ваҡытта ҡыҙыҡы видеолар төшөрөү өсөн файҙаланырға уйлайым, ә уның кейемендә һеҙҙең бренд йәки рекламағыҙ буласаҡ. Һыйырыбыҙ матур һәм тәрбиәле. Өфөнән 115 километр алыҫлыҡтағы Ауырғазы районында йәшәйбеҙ”. Ике аҙнанан һуң Санкт-Петербург ҡалаһынан ф