Найти тему
Башҡортостан гәзите

Күп балалы ғаилә йортһоҙ ҡалған

Кисә кис көнө Әбйәлил районы Ҡушый ауылында ҡот осҡос янғын теркәлгән. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы белгестәре, ут йорт ҡаралтыһына йылытыу ҡаҙанлығының газ сығарыуы һөҙөмтәһендә ҡабынған, тип фаразлай. Янғын һүндереүселәр килеп еткәндә өйҙө ялҡын тулыһынса ялмап алған була. 21.20 сәғәттә ул тулыһынса һүндерелә. Янғында биш кеше зыян күргән. Ике ҡатын һәм өс ҡыҙ бала (2015, 2017 һәм 2019 йылғы) дауаханаға оҙатылған. Улар әлегә реанимация бүлегендә ята. Йорт хужаһы вахта буйынса эштә. Зыян күреүселәрҙең тәндәре ныҡ бешкән. Район прокуратураһы тейешле тикшереүҙәр үткәрә. Ут менән һаҡ эш итегеҙ! Электр йылытҡыстарҙы һәм газ ҡаҙанлығын даими рәүештә белгестәр тарафынан тикшереү үтһен ине лә бит... Әбйәлил районында бәләгә тарыған ғаиләгә ярҙам итеү ойошторолған. Әйткәндәй, ғаилә тағы ла бәпәй көтә. Сабыйҙың иҫән-һау булыуын теләйбеҙ! Ҡыҙҙар ҙа тиҙерәк һауығып сыҡһын! Фото: "Башинформ"