Йылайыр районы Сәләх ауылында йәшәгән блогер, уҡытыусы Зөлфирә Таһированың яҙмаларын һәр кем яратып уҡып бара. Был юлы ла бик күптәрҙе уйландырған һәм тәмле күстәнәстәр ашаған бала саҡтарына алып ҡайтҡан яҙмаһы ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырмай ҡалмағандыр. Ысынлап та, ҡунаҡҡа күстәнәс тотоп барыу, күстәнәс алыу тигән матур йола йәшәй беҙҙең халҡыбыҙҙа. "Ошо арала аят, ифтарҙан һуң ҡуйған фотоларҙы күреп, бер нисә кеше: "Өҫтәл тултырып бешеренгәнһегеҙ, маҡтанған кеүек, ул исраф була, ризыҡты әрәм-шәрәм итеп, яртыһын шунан ташлайһығыҙ"- тиеп яҙған ине... Мин, киреһенсә, өҫтәл ярлы булып ҡуймаһын тип эт шикелле сабып йөрөнөм, аҙаҡҡа ҡарай атлай алмай, тарбаңлап киткәнсе бешерендемсе... Беҙҙең яҡта бер нәмә лә исраф булмай, сөнки "күстәнәс алыу", "күстәнәс биреү" тигән ғәҙәт бар. Ашап тороп туйып алабыҙ ҙа ҡалғанын һыпырып һалып алабыҙ. Ит, аш ашап бөткәс, хужабикә аят итен һалып алығыҙ тип шыптырлатып моҡсай тарата башлай. Өйҙәгеләр ауыҙ итһен тип, ит һалып алабыҙ. Шунан сәй эсергә ваҡыт етә. Ун