Ошо көндәрҙә тыуған ерҙәренән алыҫта – Себер тарафтарында яҡташтарыбыҙ Эльвина менән уның туғыҙ йәшлек ҡыҙы Сафия һәләк булған. Улар Сорғот – Когалым трассаһында ҡурҡыныс аварияға эләгә. Был турала “КП-Өфө” баҫмаһы хәбәр итте. Эльвина менән Сафия Өфөлә йәшәгән. Улар Санкт-Петербург ҡалаһына “Төньяҡ пальмираһы” чирлидиринг буйынса ярыштарға бара, тик был көндө ярыштар үткәрелмәй. Улар самолетта Сорғотҡа килә һәм машина менән Когалымға юллана. Әммә улар китеп барған машина рейс автобусына барып бәрелә. Ауыр йәрәхәттәр алған әсәй менән ҡыҙ урында йән бирә. Йәш әсә менән һәләтле бейеүсе ҡыҙҙың үлеме уларҙы белгән бөтәһе өсөн дә шок була. Яҡындары әйтеүенсә, Эльвина ҡыҙы өсөн иң һәйбәт әсәй, һәр ваҡыт уның менән бергә була. Сафия иһә бик һәләтле һәм харизмалы бала булып үҫә. – Сафия, һин сағыу йондоҙ. Һәр ваҡыт беҙҙең йөрәктәрҙә булырһың. Күктәрҙә бейе, һин иң яҡшыһы, – тип яҙа Наталья исемле ҡатын. – Эльвина бик яҡшы әсәй ине. Ҡыҙының ике йәшенән алып уның бер байрамын да ҡалдырманы, – тип хәтерләй уны Гөлназ исемле ҡатын. Һәләк булған ҡыҙҙың тренеры кәүҙәләрҙе Өфөгә алып ҡайтыр өсөн аҡса йыйыу иғлан итә, әммә һуңғараҡ асыҡланыуынса, әсә менән ҡыҙҙы иртәгә Когалымда ерләйәсәктәр. Фото: "КП-Өфө".