Найти в Дзене

Пособиеның артыуы көтөлә

Опекундарға (попечителдәргә) балаларҙы ҡарау өсөн айлыҡ түләүҙәрҙе арттырыу планлаштырыла. Дәүләт Йыйылышы Президиумы тейешле закон проектын парламенттың 28 мартҡа тәғәйенләнгән пленар ултырышының көн тәртибенә индерҙе. – Етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған, тәрбиәгә алынған һәм патронат ғаиләләргә опекаға һәм попечителлеккә тапшырылған балаларҙы ҡарауға айлыҡ пособие күләме 18,5% артасаҡ, – тип хәбәр итте Дәүләт Йыйылышы Рәйесе Константин Толкачев. – Түләүҙең күләме баланың йәше һәм һаулығына бәйле. Әлеге ваҡытта уның күләме айына 7555 һумдан 9428 һумға тиклем тәшкил итә. Түләүҙәрҙе индексациялау мәсьәләһе буйынса опекун һәм тәрбиәгә алған ғаиләләр яғынан мөрәжәғәттәр күп булды. Пособиеларҙы инфляция дәүмәленә түгел, ә күпкә арттырырға ҡарар ителде. Закон проектына ярашлы, район коэффициентын иҫәпкә алып, опекунға (попечителгә) баланы ҡарау өсөн түләнә торған аҡса күләме өс йәшкә тиклемге балаға айына – 9310 һум, өс йәштән өлкәнгә 8953 һум тәшкил итәсәк. Инвалид йәки һаулыҡ мөмки

Опекундарға (попечителдәргә) балаларҙы ҡарау өсөн айлыҡ түләүҙәрҙе арттырыу планлаштырыла. Дәүләт Йыйылышы Президиумы тейешле закон проектын парламенттың 28 мартҡа тәғәйенләнгән пленар ултырышының көн тәртибенә индерҙе. – Етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған, тәрбиәгә алынған һәм патронат ғаиләләргә опекаға һәм попечителлеккә тапшырылған балаларҙы ҡарауға айлыҡ пособие күләме 18,5% артасаҡ, – тип хәбәр итте Дәүләт Йыйылышы Рәйесе Константин Толкачев. – Түләүҙең күләме баланың йәше һәм һаулығына бәйле. Әлеге ваҡытта уның күләме айына 7555 һумдан 9428 һумға тиклем тәшкил итә. Түләүҙәрҙе индексациялау мәсьәләһе буйынса опекун һәм тәрбиәгә алған ғаиләләр яғынан мөрәжәғәттәр күп булды. Пособиеларҙы инфляция дәүмәленә түгел, ә күпкә арттырырға ҡарар ителде. Закон проектына ярашлы, район коэффициентын иҫәпкә алып, опекунға (попечителгә) баланы ҡарау өсөн түләнә торған аҡса күләме өс йәшкә тиклемге балаға айына – 9310 һум, өс йәштән өлкәнгә 8953 һум тәшкил итәсәк. Инвалид йәки һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән йәки физик һәм (йәки) психик үҫешендә етешһеҙлектәре булған баланы ҡарауға аҡса күләме өс йәшкә тиклемге бала өсөн – 11172 һум, өс йәштән өлкән балаға айына 10743 һум тәшкил итәсәк. – Пособие күләмен арттырыу яҡынса 175 миллион һум күләмендә республика бюджетының өҫтәмә сығымдарын талап итәсәк, – тине Константин Толкачев. Башҡортостан Республикаһының Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн Башҡортостанда 10337 етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған бала йәшәй. Уларҙың 9628-е, йәғни 93 проценты, ғаиләләргә урынлаштырылған. Фото: Башинформ