"Башҡортостан" гәзитенең "Бәйләнештә" селтәрендә 27 мартта билдәләнгән Халыҡ-ара театр көнө айҡанлы иғлан иткән конкурсыбыҙ бик әүҙем бара. Бөгөн һеҙҙе тағы бер матур коллектив – Краснокама районының "Замандаш" халыҡ театры менән таныштырабыҙ. Төркөмдәге дуҫтарыбыҙҙы республикабыҙҙа эшләгән талантлы, һоҡланғыс коллективтар өсөн тауыш бирергә саҡырабыҙ. Конкурс 26 мартҡа ҡәҙәр дауам итә. 26 мартта, киске сәғәт 9-ҙа, иң күп тауыш йыйған өс халыҡ театры етәксеһе билдәләнә. Краснокама район мәҙәниәт йортонда эшләп килгән "Замандаш" халыҡ театры 1977 йылда Ғасиман Ширғазин етәкселегендә ойошторола. 1997 йылда, милли театрҙарҙың "Алтын тирмә" төбәк-ара фестиваленең зона турында ижади коллективҡа "халыҡ театры" исеме бирелә. Бөгөн "Замандаш" халыҡ театрын Редик Фирҙәүес улы Ғәниев лайыҡлы етәкләй. Коллектив район, күрше-тирә төбәктәрҙең тамашасыларын үҙенсәлекле спектаклдәр менән ҡыуандырып тора, шулай уҡ төрлө ижади конкурстарҙа, фестивалдәрҙә лә йыш ҡатнашалар, уңыштары ла тос ҡына. Халы