25 мартта Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Стәрлетамаҡ икмәк комбинатының эшмәкәрлеге тикшерелде. Предприятиеның генераль директоры Юлия Герасимова комбинаттың 1909 йылда эшләй башлауы тураһында һөйләне. Уны ойоштороуға сауҙагәр Сидор Жилкиндың икмәкханаһы нигеҙ була. Сәнәғәттең үҫеүе һәм ҡала халҡының байтаҡ артыуы һөҙөмтәһендә продукция сығарыу күләме арта. Ә 1954 йылда тәүге типовой завод төҙөгәндәр. 2007 йылдан Стәрлетамаҡ икмәк комбинаты продукцияһы “Стерх” сауҙа маркаһы аҫтында эшләй. Бөгөн предприятие составында алты завод эшләй, улар 200-ҙән ашыу төр икмәк-ҡалас һәм кондитер изделиелары сығара. – 2023 йылда предприятиеның әйләнеше 870 миллион һум тәшкил иткән, был 2022 йылғы кимәлдән ике процентҡа күберәк, - тип билдәләне Юлиә Герасимова. - Ай һайын икмәк комбинаты 660 тонналап продукция етештерә. Стәрлетамаҡ һәм көньяҡ райондар уны һатыуҙың төп баҙары булып тора. Әҙер тауарҙың 30 процентын үҙебеҙҙең фирма магазиндары аша һатабыҙ. Стәрлетамаҡ икмәк комбинаты – социаль йүнәлештә