2023 йылда Башҡортостанда тимер юл буйлап пассажирҙар ташыу күләме 21,6 процентҡа – 5,33 миллион кешегә тиклем артҡан. Был хаҡта республика Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған оператив кәңәшмәлә Куйбышев тимер юлы начальнигы урынбаҫары Дмитрий Новиков хәбәр итте. Пассажирҙарҙың күпселеге – 4,39 миллион кеше – республика станцияларынан ҡала яны маршруттары буйынса, ә 940 мең кеше алыҫ сәфәрҙәргә юлланған. Дөйөм алғанда, ҡала яны бәйләнешендә пассажирҙар әйләнеше 236 миллион саҡрымға еткән. Был - һуңғы ун йылда төбәктең максималь күрһәткесе, ул 2022 йылғы кимәлдән 22 процентҡа күберәк. Илдең Куйбышев тимер юлын хеҙмәтләндергән 10 төбәге араһында Башҡортостан - пассажирҙар йөрөтөү өлкәһендә абсолют лидер, тип билдәләне Дмитрий Новиков. Күрһәткестәрҙең артыуы республиканың тимер юл инфраструктураһын үҫтереү иҫәбенә лә билдәләнгән. 2023 йылда “Рәсәй тимер юлдары” компанияһы ошо маҡсатҡа 6,6 миллиард һум аҡса йүнәлткән. Мәҫәлән, Өфө агломерацияһы эсендә Таутөмән - Дим маршрутында алты яңы ЭП2Д ҡала яны поезы, Оло Теләк - Дим маршрутында яңы “Ҡарлуғас” йөрөй башланы. Ә Өфөнән Приют ҡасабаһына 1 меңдән ашыу пассажир һыйҙырышлы 12 вагондан иң оҙон Ҡарлуғас эшләй башланы. Башҡортостан биләмәһендә ҡала яны бәйләнешен артабан үҫтереү Көньяҡ Урал экспрессы Өфө - Әшә маршрутында “Ҡарлуғас” поезының икенсе парын ебәреүҙе, Өфө - Күмертау Көньяҡ экспрессын Ырымбур станцияһына тиклем оҙайтыуҙы, шулай уҡ Өфө - Ҡандра - Туймазы маршруты буйынса “Ҡарлуғас” тибындағы электр поездарына ебәреүҙе ойоштороуҙы күҙ уңында тота. 2025 йылда Башҡортостанға ЭС-105 яңы составтары ҡайтарылырға тейеш, тине Дмитрий Новиков. Был “Ҡарлуғас” поездарының ватан аналогтары. Бынан тыш, 2024 йылда Өфөнөң Черниковка станцияһында пассажирҙар платформаһын төҙөкләндереү, Шакша станцияһында модулле вокзал ҡуйыу күҙаллана. 2024 йылдың июлендә Дим станцияһында заманса транспорт-күсеп ултырыу үҙәген асыу күҙаллана. Киләсәктә Өфөнөң Сағыу биҫтәһендә лә туҡталыш пунктын төҙөй башлаясаҡтар. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй тимер юлдары компанияһына һәм Куйбышев тимер юлы коллективына республика менән һөҙөмтәле эшләгәне һәм уңышлы хеҙмәттәшлек иткәне өсөн рәхмәт белдерҙе. Төбәк етәксеһе бер нисә берлектәге проекттың мөһимлеген билдәләне. – Беҙҙең үҙ-ара килешеп эш итеү яҡшы ойошторолған. Пассажирҙар ағымының артыу динамикаһы ла ҡыуандыра. Йәғни Рәсәй тимер юлдары етәкселеге менән ҡабул ителгән ҡарарҙар тимер юл транспортына ихтыяждың артыуына килтерҙе, - тине Радий Хәбиров. - Шул уҡ ваҡытта беҙ бер урында торорға тейеш түгелбеҙ. Өфөлә “Ҡала электричкаһы” проектын әүҙем үҫтереү мөһим, уның ҡеүәте ҙур. Бынан тыш, Өфө тимер юл ҡулсаһын төҙөү эшен дауам итергә кәрәк. Республика башлығы шулай уҡ яҡындағы “Транспорт сәғәте”нең көн тәртибенә төбәктең баш ҡалаһында транспорт-күсеп ултырыу узелдарын төҙөү барышы тураһындағы мәсьәләне индерергә ҡушты. Фото: Башҡортостан Бшлығы сайты.