Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Республика яҙға әҙерләнә

Бөгөн республикаға идара итеү үҙәгендә үткән Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһе бер минутлыҡ тынлыҡтан башланды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Мәскәү өлкәһендә булған терактта һәләк булғандарҙың ғаиләләренең ҡайғыһын уртаҡлашты, йәрәхәтләнгәндәргә тиҙерәк һауығыуҙарын теләне. – Был – илебеҙҙә булған иң ҡанлы теракттарҙың береһе. Беҙ бөтә республика менән ҡайғы уртаҡлашабыҙ. Был енәйәткә ҡағылышы булған һәр кем язаһын алыр тип ышанабыҙ, – тине ул. Шулай уҡ Радий Фәрит улы һәр кемде иғтибарлы булырға саҡырҙы. – Теракт – бөтә ил, беҙҙең халыҡ, беҙҙең берҙәмлеккә һөжүм. Бында айырыуса иғтибарлы булырға, бер-беребеҙгә хөрмәт менән ҡарарға кәрәк. Именлек буйынса ведомство-ара советҡа эшен көсәйтергә ҡушам. Беләм, әле беҙҙең хоҡуҡ һаҡсылары көсәйтелгән режимда эшләй. Хакимиәт башлыҡтары ла урындарҙа иғтибарлыраҡ булығыҙ, – тине ул. Бынан тыш, Радий Хәбиров белдереүенсә, әгәр Красногорск ҡалаһына был ауыр хәлдә ярҙам кәрәкһә, республика уны күрһәтергә әҙер. Кәңәшмәлә башҡа көнүҙәк мәсьәләләр ҙә тикшерелде. Һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Роберт Иштуков хәбәр итеүенсә, республикала коронавирус менән көрәшер өсөн дауаханаларҙа 170 урын әҙерләнгән, уларҙың 21 проценты буш. Уҙған тәүлектә сир 108 кешелә асыҡланған. Бөгөн 144 кеше дауаханаларҙа ята, 1837 кеше өйөндә дауалана. Радий Хәбиров ҡыштан һуң һәр ҡалала, районда һәм ауылда тәртип булдырырға ҡушты. Беренсе өмәләрҙе башларға ваҡыт, тине ул. – Беренсенән, ҡар тиҙерәк иреһен һәм күләүектәр йыйылмаһын өсөн уны таратырға кәрәк. Икенсенән, сүп-сарҙы таҙарта башлау зарур. Урындарҙа хакимиәт башлыҡтары был эште ойошторһон, кәрәк булһа хеҙмәт коллективтарын, кешеләрҙе йәлеп итегеҙ. Өмәләрҙе бергәләп үткәрәйек, – тине ул. Бынан тыш, республика етәксеһе яҙғы ташҡынға әҙерлекте лә даими контролдә тоторға ҡушты. Сөнки, Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, быйыл ул алдағы йылдар менән сағыштырғанда етдиерәк булыр тип көтөлә. Яҙ башланыу менән башҡарылырға тейешле тағы бер мөһим бурыс – юлдарҙағы соҡорҙар ремонты. Ҡар иреү менән был проблема киҫкенләшә, шуға әленән саралар күрә башларға кәрәк, тине Радий Хәбиров. Юлдарға бәйле яҡшы яңылыҡ – үткән аҙнала Өфөлә Көнсығыш сығыу юлы асылды. 1 апрелгә тиклем унан бушлай йөрөргә мөмкин, аҙаҡ ул түләүлегә әйләнәсәк. Еңел автомобилдәр 100 һәм төнөн 20 һумға, йөк машиналары – 250 һәм төнөн 50 һумға үтә аласаҡ. Йәмәғәт транспорты, махсус техника, балалар автобустары өсөн ул даими рәүештә бушлай буласаҡ. Радий Фәрит улы Хөкүмәткә был мәсьәләне өйрәнергә һәм тағы ла кемдәргә бушлай йөрөү хоҡуғын биреү кәрәклеге тураһында уйларға ҡушты. – Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ла уны бушлай итергә кәрәктер тип уйлайым. Хәрби хәрәкәттәр ветерандары ла бар. Улар бер үк эште башҡарҙы. Шуға уларға ла ташламалы йөрөү хоҡуғынн бирергә кәрәк, – тине етәксе. Бынан тыш, кәңәшмәлә мөһим докладтар тыңланды. Һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Роберт Иштуков тармаҡты үҫтереү, мәғариф министры Илдар МәүлИтбирҙин балаларҙың йәйге ялы тураһында һөйләне. Шулай уҡ ике предприятие үҙенең эшмәкәрлеге тураһында мәғлүмәт бирҙе. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.