Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Быйыл йәй 500 мең уҡыусы ял итәсәк

2024 йылдың йәйендә Башҡортостандың балалар лагерҙарында 500 мең самаһы уҡыусы ял итәсәк. Был хаҡта мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙин аҙналыҡ оператив кәңәшмә барышында белдерҙе. Уны республика Башлығы Радий Хәбиров үткәрҙе. Муниципалитеттарҙың яҡынса мәғлүмәттәре буйынса, 2024 йылдың йәйге һауыҡтырыу кампанияһы осоронда 1 770 балалар ялы ойошмаһы эшкә тотона. Улар иҫәбендә – 911 көндөҙгө лагерь, 99 ҡала ситендәге стационар лагерь, 10 палаткалы лагерь, 675 балалар хеҙмәт һәм ял лагеры, 75 профилле (тематик) лагерь. Роспотребнадзорҙың республика буйынса идаралығы менән берлектә ыңғай санитар-эпидемиологик һығымталар биреү буйынса эш бара. Башҡортостандың балалар лагерҙарында Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларынан 1 200 бала ял итә аласаҡ. 2024 йылда һауыҡтырыу кампанияһын финанслауға бөтәһе 2,96 миллиард һум ҡаралған. Мәғариф һәм фән министры ата-әсәләрҙең республика программаһы сиктәрендә балалар лагерына юллама хаҡының 30 проценты күләмендә компенсация аласағын хәтергә төшөрҙө. Башҡортостан Башлығы балаларҙың лагерҙа булыу хәүефһеҙлеген тәьмин итергә, янғынға ҡаршы, санитар талаптарҙы теүәл үтәргә ҡушты. – Шулай уҡ балаларҙың күңеленә ниндәйҙер яҡшы нәмә һалыу мөһим. Шуға күрә “Мөһим нәмәләр тураһында һөйләшеүҙәр”, “Ирҙәрсә һөйләшеү” йәки башҡа проекттар сиктәрендә саралар ҡаралырға тейеш. Балаларға осрашыуға махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, министрлыҡ, ведомство етәкселәре килһен, – тине Радий Хәбиров. – Беҙ балаларыбыҙҙың күңеле, йөрәге һәм аҡылы өсөн даими көрәшергә тейешбеҙ. Илдар Мәүлетбирҙин билдәләүенсә, 2023 йылда Башҡортостан капиталь булмаған ҡоролмалар (тиҙ төҙөлгән конструкциялар) төҙөүгә, шулай уҡ балалар ялы һәм уларҙы һауыҡтырыу ойошмаларында булған инфраструктура объекттарына капиталь ремонт үткәреүгә федераль бюджеттан субсидия биреүгә Рәсәй төбәктәре араһында конкурсты уңышлы үтте. 2024 йылда ошо программа буйынса Шишмә районында “Патриот” паркында, Ҡыйғы районында “Маяҡ” лагерында, Өфөлә “Аҡсарлаҡ” лагерында һәм Стәрлебаш районында “Орлёнок” лагерында биш тиҙ төҙөлгән модуль төҙөү күҙаллана. “Орлёнок”та шулай уҡ медицина һәм аҙыҡ-түлек блоктарына капиталь ремонт үткәрелә. Ошо маҡсатҡа федераль ҡаҙнанан - 144 миллион, республика ҡаҙнаһынан 27,5 миллион һум йүнәлтелә. Радий Хәбиров Мәғариф һәм фән министрлығына балалар ялы инфраструктураһын үҫтереү буйынса федераль программаларҙа әүҙемерәк ҡатнашырға ҡушты. Республика етәксеһе бөтә эштәр тамамланғандан һуң Стәрлебаштағы “Орлёнок” лагерының “Патриот” паркы селтәре филиалына инеүе тураһында әйтте.. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.