"Өсәүҙең доғаһы кире ҡағылмаҫ: ураҙа тотоусының ифтар мәлендәге, ғәҙел хөкөм итеүсенең һәм йәберләнгән кешенең", - тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Ифтар доғаһын йәнә тәҡдим итәбеҙ: "Аллаһүммә ләкә сумту үә бикә әмәнтү үә ғәләйкә тәүәккәлтү үә ғәлә ризҡыҡә әфтарту фәғфирлии мә ҡаддәмтү үә мә әххәрту!" Мәғәнәһе: "Аллаһым! Һинең ризалығың өсөн ураҙа тоттом. Һиңә инандым, Һинең яҡлауыңа ышандым һәм Үҙең насип иткән ризыҡ менән ифтар ҡылам. Минең элекке гонаһтарымды ла, киләсәктә буласаҡтарын да ярлыҡаһаңсы!"Ураҙабыҙ, теләк-доғаларыбыҙ ҡабул булһын, ғаиләләребеҙгә, илебеҙгә именлек насип итһен! Иртәгәгә, 26 мартҡа, сәхәр, ифтар, намаҙ ваҡыттарын тәҡдим итәбеҙ (Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратынан алынды, Өфө ваҡыты буйынса төҙөлгән). Фото: islam.ru