Быйыл Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфө 450 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Ошо айҡанлы ҡалала әҙерлек эштәре алып барыла. Әйткәндәй, артистар ҙа был теманан ситләшмәй. Яңыраҡ Башҡортостандың халыҡ артисы Сәғиҙулла Байегет менән башҡорт эстарадаһы йырсыһы Ян Лира дуэт башҡарыуында “Өфө ҡалаһы ни өсөн матур?” йырын тәҡдим иттеләр. Был сығыш бик үҙенсәлекле килеп сыҡҡан (уны гәзиттең "Бәйләнештә" төркөмөндәге сәхифәһендә тыңлай алаһығыҙ). Эйе, "Өфө ҡалаһы ни өсөн матур?" - һәр быуын вәкилдәренең яратып башҡарған йыры. Уның көйөн Сара Садыҡова яҙған, Нәби Дәүли һүҙҙәре. Әйткәндәй, баш ҡалабыҙ Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейы айҡанлы “Башҡортостан” гәзите “Өфө-450” конкурсын иғлан итте. Ижади бәйге шарттарына ярашлы, һеҙҙән Өфө ҡалаһының тарихы, бөгөнгөһө һәм киләсәге тураһында төрлө йүнәлештә мәҡәләләр көтәбеҙ. Шулай уҡ ҡаланың билдәле урындарының элекке һәм бөгөнгө торошон сағылдырған фотоһүрәттәрҙе лә ебәрергә мөмкин. Бәйгегә йыл аҙағында йомғаҡ яһала. Еңеүселәрҙе дипломдар һәм бүләктәр көтә. Белешмә өсөн телефон: 8 (347) 272-16-24. Фото: скриншот. Видеояҙма: vk.com/yanlira