Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Малайҙарға бүләктәр: рәхмәт хатынан миллион һум аҡсаға тиклем

Теракт булған "Крокус Сити Холл"да халыҡты ҡотҡарыуҙа өлкәндәрҙең генә түгел, балаларҙың да ҡатнашыуы билдәле булғайны. Был 14-17 йәшлек үҫмерҙәрҙең кемеһе гардеробта, кемеһе тамаша залында администратор булып эшләгән. 15 йәшлек Ислам Хәлилов тураһында кисә яҙғайныҡ. Һигеҙенсе класс уҡыусыһы яңғыҙы булмай. Ул иптәштәре 14 йәшлек Артем Донсков һәм 17 йәшлек Никита Иванов менән йөҙәрләгән кеше ағымын дөрөҫ яҡҡа йүнәлтеп, хәүефһеҙ урынға эвакуациялай. Ә залда вип-ҡунаҡтарҙы хеҙмәтләндергән София Майер тураһында шоумен Сергей Светлаков яҙып сыҡты. Уны, билдәле спорт комментаторы Виктор Гусевты һәм тағы ла 30-40 кешене ошо ҡыҙ ҡотҡара. Был ҡыйыу үҫмерҙәргә рәхмәт белдереп, уларҙы бүләктәргә лә күмеп ташланылар. Мәҫәлән, Исламға Рәсәй мосолмандары үҙәк Диниә назараты етәксеһе, мөфтөй Рауил Ғәйнетдин Рәсәй мосолмандары миҙалын тапшырырға ҡарар итеп, малайҙы атаһы менән бергә Собор мәсетенә йома намаҙына саҡырҙы. Ә үҫмерҙең яратҡан “Спартак” футбол клубы уны стадионға саҡырып бүләкләне, шулай уҡ команданың Мәскәүҙәге бөтә уйындарына ла бушлай йөрөү хоҡуғын бирҙе. Быға өҫтәп, бер артистың Исламға бер миллион һум аҡса күсереүе лә билдәле булды. Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Мария Львова-Белова Красногорск ҡалаһының 19-сы мәктәбендә булып, батыр уҡыусылар Ислам Хәлилов менән Артем Донсковҡа Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Теракт ваҡытында халыҡты эвакуацияларға ярҙам иткән мәктәп уҡыусыларын Рәсәй Дәүләт Думаһына ла саҡырмаҡсылар. Был хаҡта парламент комитеты етәксеһе Нина Останина үҙенең телеграм-каналында хәбәр итте. Ул йәш ҡыйыу кешеләргә күрһәткән батырлыҡтары өсөн рәхмәт белдерҙе. Рәсәй Тәфтиш комитеты етәксеһе Александр Бастрыкин кешеләрҙе ҡотҡарыуҙа һәм беренсе ярҙам күрһәтеүҙә ҡатнашҡан һәр кемде бүләкләргә ҡушты. "Крокус Сити Холл"дан бөтәһе биш мең кеше эвакуациялана, 100 кеше ут эсенән ҡотҡарыла. Фото: ©Telegram/ФК «Спартак-Москва»