“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, Ҡалтасы үҙәк район дауаханаһына яңы флюорограф алынды. Әле заманса ҡорамал Краснохолм ауылы поликлиникаһына ҡуйылды. Флюорография үпкә сирҙәрен, тәү сиратта яман шеш һәм туберкулез ауырыуҙарын, асыҡлау өсөн файҙаланыла. Уның ярҙамында сирҙәрҙе иртә стадияла, сир билдәләре күренмәҫ элек үк асыҡларға була. Туберкулездың тәүге билдәләрен асыҡлау өсөн йылына бер тапҡыр тикшеренеү үтергә кәрәк. Тәүге медик-санитар ярҙам хеҙмәткәрҙәренең төп бурысы – сирҙәргә иртә осорҙа шик белдереү һәм кешене тейешле белгескә йүнәлтеү өсөн иҫкәртеү тикшеренеүҙәрен үткәреү. Туберкулез һәм яман шеш сирҙәрен иртә осорҙа асыҡлау өсөн үҫмерҙәр һәм өлкәндәр флюорография тикшеренеүен үтә. – Заманса флюорография аппараты сифатлы һүрәттәрҙе тиҙ һәм хәүефһеҙ эшләргә ярҙам итә. Хәҙер 12 меңдән ашыу кеше яңы аппаратта тикшеренеү үтә аласаҡ, – тине табип-рентгенолог Эльмира Дәүләтова. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашл