Найти тему
Башҡортостан гәзите

“Үҙем дә, тауыҡтарым да, хатта бесәйем дә ашай!”

Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында йәшәгән Сәриә Асҡарова социаль селтәрҙәге сәхифәһендә бик тә файҙалы яҙма менән уртаҡлашты. “Яҙ етеүгә кешеләр генә түгел, тауыҡтар ҙа авитаминоз кисерә. Йыл һайын бойҙай шыттырып, йәшел ҡыяҡтары буйға үҫкәс, тауыҡтарыма байрам ойоштороп алам. Улар беҙҙе эре, тәмле йомортҡалар менән ҡыуандыра”, - ти яҙҙы ул. Сәриә ханым бойҙай шыттырыу серҙәре менән ихлас уртаҡлашты. Әйткәндәй, был йәшел ҡыяҡтарҙы ул үҙе лә ашай, сөнки бына тигән витамин ул! - Ярты күнәк самаһы бойҙайҙы 3-4 тапҡыр таҙарғансы йыуам да өҫтөнә өс бармаҡтай күләмдә сығып торорлоҡ һыу ҡойоп, төнгөлөккә өйҙә ултыртам. Иртәгеһен һыуын түгеп, тағы берҙе сайып алам. Духовка табаһына йәки батмус кеүек ҙур һауыттарға еүеш таҫтамал йәки туҡыма түшәп, 2-3 сантиметр ҡалынлыҡта теҙеп һалам. Өҫтөн еүеш сепрәк йә целлофан менән ябам. Өсөнсө көн асҡанда моронлаған була! Был – витаминдарға бай бик шәп ризыҡ. Һалҡын һыуҙа сайҡатып, ҡайнатылмаған көнбағыш майы һалып ашайым. Сәс, тырнаҡтар нығый, бит тиреһе таҙара, ғөмүмән, магазиндағы теплицала үҫкән йәшел тәмләткестәрҙән 100 тапҡырға файҙалы! Тауыҡтарға ҡыяҡтары бер аҙ үҫкәс бирәм. Был тәмлекәсте хатта бесәйем дә ашай. Шулай уҡ һоло, арпаны ла шыттырырға була, йышыраҡ сайҡатып тороу кәрәк, сөнки әсей башлай, - тигән кәңәштәрен еткерҙе Сәриә Асҡарова. Шифаһын күрегеҙ, сәләмәт булығыҙ! Фотолар: Сәриә Асҡарованың (Әбешеваның) сәхифәһенән.