“Етештереү лидерҙары” идарасы кадрҙарын әҙерләү программаһы буйынса уҡытыуҙы Башҡортостандан 11 кеше үтәсәк. Улар дүрт предприятиеның етәкселек составынан. Был сараларҙың “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты (национальный проект “Производительность труда”) буйынса ойошторолоуы тураһында хәбәр итә төбәктең Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы. Был курс илдең 44 субъектынан 200-ҙән ашыу етәкселәрҙе берләштерҙе. Башҡортостандан унда “ОЗНА” компанияһы вәкилдәре (гидравлик һәм пневматик көс ҡоролмалары, двигателдәр етештерә), “Дека-С” (сымдан , пружиналарҙан әйберҙәр етештереүсе), “Пищепром” (йәшелсә-емеш консервацияларын әҙерләүсе) һәм "Медстальконструкция" (медицина инструменттарын һәм ҡорамалдарын сығарыусы). “Етештереүсәнлек лидерҙары” белем биреү программаһы – бизнесҡа ярҙам сараларының береһе, ул “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты сиктәрендә Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрығы заказы буйынса әҙерләнгән. 2019 йылдан алып был программа буйынса республика предприятие