“Беҙҙең Шәфҡәт!” – ауылдың ғына түгел, барлыҡ райондың халҡы Шәфҡәт Әхмәтғәзи улын шулай тип кенә тора, ярата, ихтирам итә. Бөтә яҡлап талантлы, һоҡланғыс сәхнә оҫтаһы республикала Бөрйәндең данын арттырыуға тос өлөш индерә – төрлө конкурстарҙа даими ҡатнашып, еңеүҙәр яулап ҡайта. Мәҫәлән, уҙған йылды ғына алғанда ла, Сибайҙа үткән “Сибай сәсән йыйыны-2023” сәсәндәр бәйгеһендә беренсе урынды алды, Миәкә районында ҙғарылған “Аҡмулла нәсихәттәре” республика фольклор байрамында гран-при яуланы. Һүҙгә оҫталыҡ – тамырҙарынан: әсәһе яғынан нәҫеле бөйөк Ғәбит сәсәнгә барып тоташа. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Шәфҡәт Әхмәтғәзи улы тыуған төйәге Яңы Усмандың мәҙәниәт йорто етәксеһе булып оҙаҡ йылдар эшләй. Бөтә сараларҙы, байрамдарҙы юғары кимәлдә ойоштороу һәм үткәреү оҫталығына эйә. Ҡулында һәр саҡ гармуны, янында – үҙе кеүек үк һоҡланғыс моң эйәһе, тормош юлдашы Зинфира Рәүеф ҡыҙы, һәр башланғысын күтәреп алырға әҙер дәртле, талантлы ауылдаштары. Клубта ир-егеттәрҙең, ҡатын-ҡыҙҙарҙың айырым ансамблдәре булдырылып, уңышлы эшләп килеүе, яңыраҡ ҡына Баймаҡ, Бөрйән ауылдары буйлап концерт менән йөрөп сығыуҙары күп нәмә хаҡында һөйләй. Мәҙәниәт йорто ҡарамағындағы “Тарыуал” театры ла тамашасының оло һөйөүен яулаған. Атамаһына килгәндә, Яңы Усман ауылын урындағы кешеләр боронғо исеме менән “Тарыуал” тип йөрөтә. Унда 25 йәштән алып хаҡлы ялдағыларға тиклем байтаҡ кеше шөғөлләнә. Һуңғы йылдарҙа “Аты барҙың дәрте бар”, “Шомбай” спектаклдәрен ҡуйғандар, тамашасылар бик яратып ҡабул иткән. Бөрйән, Әбйәлил, Учалы райондары ауылдарында гастролдәр менән йөрөп, юғары баһа алғандар. “Тарыуал”ға халыҡ театры исеме 2015 йылда бирелгән. Уны өс йылға бер мәртәбә раҫлап торалар. “Тамашасыларыбыҙҙы яңы спектаклдәр менән ҡыуандырасаҡбыҙ әле”, – ти Шәфҡәт Әхмәтғәзи улы. Хөрмәтле дуҫтар! "Халыҡ таланттары" конкурсында ҡатнашыусылар өсөн әүҙем тауыш биреүегеҙҙе һорайбыҙ. Фотолар Ш. Мәжитовтың шәхси архивынан алынды.