Найти тему
Башҡортостан гәзите

Машинаға бәрелмәйем тип ике кешене үлтерә

Бөгөн Ҡырмыҫҡалы районында, Өфө – Инйәр – Белорет юлының алтынсы километрында ҡурҡыныс авария теркәлә. ЮХХДИ-нан хәбәр итеүҙәренсә, 76 йәшлек ир “Веста” автомобиле руле артында ике кешене тапата. Асыҡланыуынса, ул юлда торған “Газель” машинаһына бәрелмәҫ өсөн уны урап үтергә була һәм юл ситендә торған ике кешене тапата. Ваҡиға урынында 36 йәшлек ир менән 59 йәшлек ҡатын йән бирә. Баҡһаң, был авариянан алда ғына “Гранта” машинаһы юлдан оса. “Газель” иһә уны һөйрәп сығарыр өсөн килгән була. Һәләк булғандар – “Гранта”ның пассажиры һәм тросты ысҡындырып торған “Газель”дең пассажиры. Әлеге ваҡытта был хәлде тикшереү бара. Фото: видеонан скрин-шот.