Найти тему
Башҡортостан гәзите

Киләһе ике көнгә һауа торошо нисек була?

Бөгөн көндөҙ епшек ҡар, ҡайһы бер яҡтарҙа ямғыр яуҙы. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын, ваҡыты менән көслө иҫте. Һауа температураһы 0..+5 градус тирәһендә тирбәлде, таулы райондарҙа +10 градусҡаса күрһәтте. Киләһе ике көндә һауа торошо нисек булыр? 25 мартта ла урыны менән яуым-төшөм көтөлә. Ел көньяҡтан талғын. Төндә 0...-5 градус булһа, көндөҙ +2...+7 градусҡаса етә. 26 мартта төндә урыны менән епшек ҡар йә ямғыр яуыуы күҙаллана, көндөҙ ҙә бер аҙ ямғыр һибәләй. Ел көнсығыштан, төньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә -1...-6 градусҡаса һалҡынайтһа, көндөҙ +3....+8, урыны менән +13 градусҡа етә, ти синоптиктар.